Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2018, 09:35

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев менән осрашты.
Яҡтар төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенең төрлө аспекттарын тикшерҙе. Улар иҫәбендә – инвестиция йәлеп итеү, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҙ-ара эш итеүе, агросәнәғәт комплексын нығытыу, республиканың туристик мөмкинлектәре, ижтимағи башланғыстарға булышлыҡ итеү. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында ғәмәлгә ашырылған эре инвестиция проекттары, шулай уҡ алдағы йылдарҙа буласаҡ ҙур ваҡиғалар хаҡында һөйләне. Төбәк Башлығы бөгөн республика Рәсәйҙең алдынғы конгресс майҙансығы булып тороуын билдәләне.
Экология, шул иҫәптән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын һаҡлау, бүлеү һәм эшкәртеү өлкәһендә Башҡортостан тәжрибәһе фекер алышыуҙың мөһим темаһы булды.
- Мәҫәлән, хәҙер айырыуса Мәскәү өлкәһендә һәм күрше төбәктәрҙә киҫкен тема – ул сүп-сар. Сүп-сар ағымы шул хәтлем ҙур, уны хатта бер кем дә еңеп сыға алмай. Был мәсьәләне күп йылдар элек күтәрергә һәм хәл итергә кәрәк ине. Ә хәҙер халыҡ ҡәнәғәтһеҙ, юлдарҙы яба, Ядровола, Волоколам районында даими митингтар. Халыҡ сүп-сар яғыу заводтарына ҡаршы сыҡҡан мәсьәлә бар, – тип билдәләне Валерий Фадеев осрашыуҙан һуң. – Башҡортостанда был мәсьәлә күп йылдар элек хәл ителә башланы. Бында был мәсьәлә хәл ителгән тиерлек. Республика тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәрендә мотлаҡ файҙаланыуҙы өйрәндек.
Әңгәмә барышында Йәмәғәт палатаһы 18 майҙа Рәсәй Президентын һайлауға әҙерләгән күҙәтеүселәр тәжрибәһен файҙаланыу темаһы ҡуҙғатылды.
- Республикала 10 мең күҙәтеүсе, һәр һайлау участкаһына өсөшәр күҙәтеүсе тиерлек әҙерләнде. Республикағыҙ иҫ киткес һөҙөмтә күрһәтте. Минеңсә, ул беренсе урында. Ғәйәт ҙур эш башҡарылды, – тип билдәләне Валерий Фадеев. – Киләһе бурыс – Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы ҡарар иткән – Президент һайлауҙа яҡшы күҙәтеү тәжрибәһен башҡа бөтә һайлауҙарға, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарын, закондар сығарыу йыйылыштары һайлауҙарына таратыу. Хәҙер беҙ, бәлки, был көҙ уҡ төбәк закондар сығарыу йыйылышы һәм киләһе йыл республика Башлығын һайлауҙа ошондай күҙәтеү ойошторорға мөмкинлек биргән республика законын ҡабул итеү кәрәклегенә фекер алыштыҡ.
Валерий Фадеев төбәк сәйәсәтенең төп темалары, ил ҡануниәтенә үҙгәрештәр тәҡдим итеү буйынса дискуссия уҙғарыу өсөн Рәсәй Йәмәғәт палатаһы мөмкинлектәрен файҙаланырға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, власть һәм бизнес эшмәкәрлеге тәү сиратта кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреүгә, уларҙың матди һәм әхлаҡи именлегенә йүнәлтелергә тейеш.
- Бөтә иҡтисади эшмәкәрлек айырым кешеләр табыш алһын өсөн түгел, – тине Валерий Фадеев. – Ул кешеләр һәйбәт йәшәһен, эш урындары булһын, ҡасабалар, ҡалалар үҫешһен өсөн. Абстракт файҙа бер кемгә лә кәрәкмәй.
http://www.bashinform.ru/news/1149531-rustem-khamitov-vstretilsya-s-sekretaryem-obshchestvennoy-palaty-rossii-valeriem-fadeevym/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: