08:00 (UTC+5), 25 Апреля 2018

Краснокама районында йәшәүсе 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Ошо көндәрҙә Краснокама районының Яңы Нуғай ауылында йәшәгән Миңнур Имамова үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Был көндә Имамовтарҙың ҙур ғаиләһе йөҙйәшәрҙең өлкән ҡыҙының өйөнә йыйылды. Миңнур Шәмсиәхмәт ҡыҙын ҡотларға район хакимиәте, Пенсия фонды, Краснокама районының ЗАГС бүлеге, ауыл советы хеҙмәткәрҙәре лә килгәйне. Почетлы юбилярға Рәсәй Президенты исеменән ҡотлау хаты һәм бик күп бүләктәр тапшырылды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.
Юбиляр оҙон, һоҡланғыс һәм еңел булмаған ғүмер кисергән. Бер йәшендә әсәйһеҙ ҡалған, ауыл мәктәбенең дүрт класын тамамлаған, ауылдашына кейәүгә сыҡҡан, ирен һуғышҡа оҙатҡан. Бәхеткә, ул иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан, ләкин 65 йәшендә яҡты донъянан китеп барған. Имамовтар биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөтә балалары ла бынамын тигән кеше булған, төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә — банк эшендә, төҙөлөштә, сауҙала, муниципаль хеҙмәттә атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр. Хәҙер өләсәйҙең һигеҙ ейән-ейәнсәре һәм 13 бүлә-бүләсәһе бар.
http://www.bashinform.ru/news/1149723-zhitelnitsa-krasnokamskogo-rayona-bashkirii-otmetila-100-letniy-yubiley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика