11:30 (UTC+5), 25 Апрель 2018

Өфөлә йылға кисеүҙәре асылды

Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 2018 йылда навигация осоро күҙалланған ваҡыттан бер аҙна алдан тиерлек асылды – паром кисеүҙәре 25 апрелдә эшләй башланы.
Өфөнөң «Йылға кисеүҙәре хеҙмәте» мәғлүмәттәре буйынса, кисеү хеҙмәттәре менән файҙаланған ҡала халҡының күбеһе – ул Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары аръяғында баҡса участкалары хужалары. Улар өсөн ҡалала ете паром кисеүе һәм бер эске дөйөм ҡулланыштағы һыу транспорты маршруты эшләй.
Паром кисеүҙәрендә юл йөрөү хаҡы былтырғы менән сағыштырғанда үҙгәрмәгән: бер яҡҡа тулы билет – 25 һум, льготалы 15 һум тора. «Дудкин – Йәшел Морон» маршруты буйынса юл хаҡы 32 һум (льготалы категориялар өсөн – 16 һум) тәшкил итә.
Транспорт инфраструктураһы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, «Трамплин» туҡталышы янында урынлашҡан канат юлы йома, 27 апрелдә, эшләй башлай. Бер йүнәлештә тулы билет – 40 һум, льготалы 20 һум торасаҡ, 5 йәшкәсә балаларға – бушлай. 10 килограмдан ауырыраҡ йөгө булған пассажирға уның өсөн 50 һум түләргә тура киләсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1149963-v-ufe-otkrylis-rechnye-perepravy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика