10:33 (UTC+5), 25 Апрель 2018

Башҡортостан «Таҙа яр» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда 11-30 майҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башланғысы менән «Таҙа яр» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Сарала ҡатнашыуға республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын-ҡотҡарыу, авария-ҡотҡарыу бүлектәре, йәмәғәт, ирекмән, студент һәм ветеран ойошмалары, әүҙем граждандар, шулай уҡ студенттар һәм 10-11 класс уҡыусылары йәлеп ителә.
Экологик акция һыу буйҙарында таҙалыҡ булдырыуға, йәмәғәтселек әүҙемлеген үҫтереүгә һәм тәбиғәтте һаҡлау сараларында ҡатнашыу аша балаларҙа һәм йәштәрҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Ойоштороусылар урындағы экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн халыҡтың, экология һәм тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендәге белгестәрҙең, журналистарҙың, урындағы хакимиәт һәм бизнес-берләшмә вәкилдәренең көсөн туплауға ышана.
«Уҙған йылдар тәжрибәһе күрһәтеүенсә, Башҡортостанда йәшәүселәр тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәтенә битараф түгел. 2017 йылда акцияла 11 525 кеше ҡатнашты. Республикала 347 һыу ятҡылығы таҙартылды», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1149523-bashkiriya-prisoedinitsya-k-vserossiyskoy-aktsii-chistyy-bereg/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика