08:01 (UTC+5), 24 Апрель 2018

Владимир Путин бала тыуыуға йәки уны тәрбиәгә алыуға бәйле түләүҙәрҙе НДФЛ-дан азат итте

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй Президенты Владимир Путин беренсе һәм икенсе бала тыуған йәки тәрбиәгә алған осраҡта айлыҡ түләүҙәрҙе физик берәмектәрҙең килеменә һалымдан азат иткән законға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
«Известия» гәзите мәғлүмәте буйынса, беренсе һәм икенсе балаһы тыуған йәки тәрбиәгә алған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы тураһында закон Рәсәй биләмәһендә ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдә. Түләүҙәр балаға йәш ярым тулғансы тәғәйенләнә. Уларҙы ярты йылға тиклем оҙайтыу мөмкинлеге бар – бының өсөн яңынан ғариза яҙырға кәрәк. Социаль түләүҙәрҙең күләме ил субъектында уҙған йылдың икенсе кварталы өсөн балаларға билдәләнгән йәшәү минимумына тиң.
Бындай дәүләт ярҙамы социаль йүнәлешле булғанлыҡтан, закон был түләүҙәрҙе НДФЛ-дан азат итә. Закон баҫылып сыҡҡан көндән — 23 апрелдән көсөнә инә, тип хәбәр итә РИА Новости.
http://www.bashinform.ru/news/1148922-vladimir-putin-osvobodil-ot-ndfl-vyplaty-v-svyazi-s-rozhdeniem-ili-usynovleniem-rebenka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика