17:47 (UTC+5), 24 Апрель 2018

Өфөлә Волга буйы федераль округы йәмәғәтселәре Рәсәйҙә лайыҡлы тормош һәм социаль тигеҙлек тураһында фекер алыша

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Рәсәй Йәмәғәт палатаһының «Берләшмә» төбәк форумы барышында Волга буйы федераль округы төбәктәренән коммерцияға ҡарамаған берләшмә вәкилдәре, шулай уҡ субъекттарҙың Йәмәғәт палаталары етәкселәре илдә социаль тигеҙлек һәм рәсәйҙәрҙе лайыҡлы тормош менән тәьмин итеү темаларын күтәрә. Башҡортостан Республикаһы — Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, тап йәмәғәтселәр социумда барған процестарҙы тәрәнерәк аңлай һәм булған проблемалар, шул иҫәптән билдәләнгән тема тураһында һис арттырыуһыҙ белдерә ала.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә социаль тигеҙһеҙлек нығыраҡ күҙгә ташлана. Территориаль үҫеш һәм урындағы үҙидара буйынса комиссия рәйесе Андрей Максимов килтергән тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй төбәк тигеҙһеҙлеге буйынса донъялағы 82 ил араһында өсөнсө урында тора.
«Әгәр Рәсәйҙе килемдең тигеҙһеҙлеге буйынса ҙур илдәр менән сағыштырғанда, беҙ Ҡытай, АҠШ һәм Бразилия кеүек илдәрҙе, өсөнсө донъя илдәре тураһында әйтеп тә тормайбыҙ, күпкә уҙып китәбеҙ, — тине «Яңы иҡтисади үҫеш» партнерлығы президенты Михаил Дмитриев. — Рәсәй властарының тигеҙләү сәйәсәте уңышлы булып сыҡты һәм эшләй. 2012 йылдан алып барылған бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу кампанияһы илдә килем буйынса дифференциацияға ҡарағанда, хеҙмәт хаҡы буйынса дифференциацияның күпкә кәмеүенә йоғонто яһаны — был ысынбарлыҡ. Беҙҙә төбәктәр араһында йән башына тулайым килем буйынса ҙур тигеҙһеҙлек. Төньяҡ Африка, Канада кимәленә яҡын төбәктәр бар. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың эш хаҡы һәм айырыуса килем буйынса дифференциация түбәнәйҙе. Федераль субсидиялар һәм дотациялар арҡаһында йән башына бюджет тәьминәте кимәлендә айырма ни бары 25% — был ҙур тигеҙләү, ул тәү сиратта социаль түләүҙәргә һәм бюджет өлкәһендәге эш хаҡына әүерелә».
Агросәнәғәт комплексын һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Евгения Уваркина биләмәләрҙе үҫтереү миҫалын килтерҙе. Вологда өлкәһенең Сизьма ауылында әүҙемсе ҡорамды тергеҙгән һәм бөтөп барған ауыл туризм үҙәгенә әүерелгән.
«Беҙгә һәр биләмәнең потенциалын күрергә кәрәк. Бурысыбыҙ — кешеләрҙе ошо процесҡа ҡатнашыуға йәлеп итеү», — тине Евгения Уваркина.
Иҡтисадты, эшҡыуарлыҡты, хеҙмәттәр өлкәһен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Илья Семин социаль тигеҙһеҙлекте нисек көйләргә мөмкин икәнлеге хаҡында һөйләне.
«Тәү сиратта һалымдарҙың прогрессив ставкаһы тураһында һөйләү зарур, байҙар өсөн был һалым күберәк, аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн һалым аҙыраҡ, ә урта класс өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәй. Икенсенән, төбәк үҫешендә тигеҙһеҙлек күҙәтелә: байҙар байый, ярлылар ярлылана. Хәҙер ҡалаларҙың иҡтисади үҫеш менән шөғөлләнеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн стимулы юҡ тип иҫәпләйем. Килемдең бер өлөшөн кеше йәшәгән муниципалитетта ҡалдырырға кәрәк. Тағы бер пункт бер ҡайҙа ла теркәлмәгән мәшғүл граждандарға ҡағыла. Финанс министрлығының рәсмиләштереү буйынса закон проекты был кешеләрҙе ҡурҡытасаҡ ҡына. Нимә эшләргә — бындайҙарҙы теркәү өсөн ябай схема — сайт йәки күп функциялы үҙәктәр аша патент һатып алыуҙы булдырырға кәрәк, — тип иҫәпләй Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Илья Семин. — Бынан тыш, хәҙер льготалы тауарҙарға өҫтәлмә хаҡҡа һалымдың түбәнәйтелгән ставкаһын алып ташларға йыйыналар, ошо льготаларҙы нимә менән алмаштырыу хаҡында уйлау мөһим».
Пленар ултырыш барышында социаль тигеҙһеҙлекте ҡаплау һәм рәсәйҙәрҙең именлеген яҡшыртыу буйынса төрлө тәҡдимдәр яңғыраны. Һүҙ төбәктәрҙә производстволар төҙөү, авариялы торлаҡтан ғәҙел күсереү, дарыуҙар менән тәьмин итеү, әүҙем оҙон ғүмер концепцияһы, коррупцияға ҡаршы көрәш хаҡында барҙы. «Берләшмә» эшен дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1149340-v-ufe-obshchestvenniki-so-vsego-pfo-diskutiruyut-o-dostoynoy-zhizni-i-sotsialnom-ravenstve-v-rossii/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика