11:30 (UTC+5), 24 Апреля 2018

Өфөлә «Берләшмә» форумы эшләй башланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөләге Конгресс-холда Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ойошторған «Берләшмә» форумы эшләй башланы. Был заманса граждандар йәмғиәте мәсьәләләренә арналған федераль проект сиктәрендә икенсе төбәк осрашыуы инде.
«Берләшмә» форумы – йәмғиәт, бизнес һәм власть араһында социаль проекттар әҙерләү һәм ғәмәлгә ашырыу сифатын күтәреүгә һәм өлкө-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән өс яҡлы диалог өсөн асыҡ эш майҙансығы. Төбәктәрҙә граждандар йәмғиәтенең һәм социаль йүнәлешле тәжрибәләрҙең үҫеш хәлен асыҡлау, проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшереү, уңышлы тәжрибәләрҙе асыҡлау һәм таратыу Рәсәй Йәмәғәт палатаһы форумдарының маҡсаты булып тора.
Форумда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренән тиерлек коммерцияға ҡараман ойошма вәкилдәре, шулай уҡ Йәмәғәт палаталары етәкселәре килде. Уҙған көндәрҙә Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзалары социаль әһәмиәтле объекттарҙа булды, шулай уҡ төбәктең торлаҡ-коммуналь өлкәһе торошон тикшерҙе.
Ике көнлөк сара программаһына төбәктә асыҡланған коммерцияға ҡарамаған сектор үҫешенең проблемаларын хәл итеү өсөн реаль проектҡа сығыу маҡсаты булған пленар ултырыш һәм һүҙ көрәштереү сессиялары инә. «Социаль тигеҙһеҙлек һәм лайыҡлы тормош» пленар ултырыштың төп темаһы булып тора. Ул социаль тигеҙһеҙлек сәбәптәрен һәм эҙемтәләрен, бөтә власть кимәленең өҫтөнлөгө сифатында һәр Рәсәй кешеһе өсөн лайыҡлы тормош өҫтөнлөгөн тикшереүҙән башлана. Һүҙ алышында ҡатнашыусылар тигеҙһеҙлекте һәм уның барлыҡҡа килеү сығанаҡтарын төшөргән Рәсәй йәмғиәтенең ҡоролош нигеҙҙәрен еңеп сығыу хаҡында бәхәс ҡорасаҡ. Эксперт сессияларында һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә һүҙ үҙенсәлекле кешеләрҙең йәмғиәт тормошонда ҡатнашыуы, Рәсәй ғаиләһенең именлеге һәм етешлеге, әүҙем оҙон ғүмер итеү, киң мәғлүмәт сараларының ижтимағи үҙгәрештәрҙәге роле, урындағы үҙидараның проблемалары һәм перспективалары хаҡында барасаҡ. Ҡунаҡтар коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың мәғлүмәти асыҡлығы, уңышлы фандрайзинг, интернет-маркетинг, мәғариф ойошмаларында тәрбиәселек практикалары буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. Форум сиктәрендә Рәсәй Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев һәм «Мин бар!» хәйриә фонды ойоштороусыһы, актриса Ксения Алферова менән осрашыу үтә.
Алдан «Берләшмә» төбәк форумы Астраханда уҙҙы. Өфөнән һуң коммерцияға ҡарамаған берләшмә вәкилдәре йыл дауамында Ханты-Манси, Томск, Тула, Калининград, Көньяҡ-Сахалин ҡалаларында йыйыласаҡ. Йомғаҡлау форумы Мәскәүҙә 2-3 ноябрҙә үтә. Бөтә төбәк форумдары йомғаҡтары буйынса Рәсәй Йәмәғәт палатаһы дөйөм милли модератор сифатында әүҙем граждандар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм власть вәкилдәре тәҡдим иткән социаль проблемаларҙы хәл итеү ҡарарҙарын йыясаҡ һәм уларҙы Граждандар йәмғиәтенең торошо хаҡында үҙенең йыллыҡ Докладына индерәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1148821-v-ufe-nachal-rabotu-forum-soobshchestvo/
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика