10:46 (UTC+5), 23 Апрель 2018

Башҡортостанда Еңеү көнөн байрам итеү барышында 20 мең Георгий таҫмаһын таратыу күҙаллана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда Еңеү көнө уңайынан «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана. «Башинформ» агентлығына республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә ошондай тәүге акция 24 апрелдә уҙғарыла. Ирекмәндәр Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының икенсе корпусы эргәһендә (Ленин урамы, 10) Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең символына әүерелгән таҫмалар тарата. Иртәгә Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ, Новая Отрадовка, Николаевка һәм Рязановка ауылдарында ла ошо акция башлана. Ғәҙәттәгесә, «Георгий таҫмаһы» акцияһы бөтә республикала ойошторола һәм 9 Майға тиклем дауам итә. Башҡортостанда быйыл ирекмәндәр 20 мең Георгий таҫмаһын таратыр тип күҙаллана. Акцияны ойоштороусылар — «Еңеү ирекмәндәре» йәмәғәт хәрәкәте әүҙемселәре менән берлектә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
http://www.bashinform.ru/news/1148482-glava-minstroya-rossii-mikhail-men-nazval-bashkortostan-v-chisle-samykh-blagoustroennykh-regionov-st/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика