13:00 (UTC+5), 20 Апреля 2018

Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы лауреаттарына наградалар тапшырҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 20 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы лауреаттарына республиканың дәүләт наградаларын һәм наградалар тапшырҙы. Тантаналы сара Урындағы үҙидара көнөнә арналды.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың муниципаль берәмектәре советы ассоциацияһының 2013 йылдан алып Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсына йомғаҡ яһауын иҫкә төшөрөп үтте.
Был конкурс ҡала округтары, урта һәм кесе муниципаль берәмектәр өсөн 10 номинация буйынса уҙғарыла. Барлыҡ муниципалитеттар ҙа ошо конкурста әүҙем ҡатнаша, эштәрен күрһәтә, тип билдәләне республика башлығы. Шуныһы мөһим: муниципалитеттар үҙ эшен йылдан-йыл яҡшырта һәм ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә.
«Муниципаль власть һәр йәһәттән бик мөһим. Был кешегә иң яҡын власть, ул көн һайын хәл итеү талап ителгән мәсьәләләр, проблемалар, бурыстар менән осраша», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Уның һүҙҙәренсә, кисә уҙған «тура элемтә»лә республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең күпселеге урындағы власҡа ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.
«Әлбиттә, беҙ ошо мәсьәләләрҙе өйрәнеп, хәл итеү өсөн һеҙгә тапшырырбыҙ. Зинһар өсөн, иғтибар менән ҡарағыҙ, үҙаллы нимә эшләргә мөмкин — эшләгеҙ. Ярҙам кәрәк булған ерҙә, һис шикһеҙ, булышлыҡ итербеҙ. Ҡасабаларҙағы идара итеү органдарын — ерҙә эшләгән власть кимәлен дә йәлеп итегеҙ. Бергәләп халыҡҡа әлеге көндә булған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ», — тип билдәләне төбәк башлығы.
Рөстәм Хәмитов наградаға лайыҡ булғандарҙың һәммәһенә лә һаулыҡ, уңыштар теләне, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1147769-rustem-khamitov-vruchil-nagrady-laureatam-konkursa-luchshee-munitsipalnoe-obrazovanie-respubliki-bash/
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика