09:27 (UTC+5), 20 Апреля 2018

Рөстәм Хәмитов: «Ата-әсәйҙең телен белеү мотлаҡ»

Рәзинә Шәрипова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу үҙебеҙҙән тора. Был тәү сиратта ғаиләлә үҙебеҙҙе нисек тотоуҙан, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға телебеҙҙе нисек өйрәтеүгә бәйле. Тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында йәшәүсенең туған телдәрҙе һаҡлау юлдары тураһында һорауына шулай тип яуап бирҙе.
Рөстәм Хәмитов «был эштә әҙәбиәт, концерттарҙың, көйҙәрҙең һәм шиғырҙарҙың яҙмалары, китаптар кәрәк» тип белдерҙе.
Төбәк етәксеһе фекеренсә, туған телде һаҡлау — етди, ҙур эш. Был балаларын туған телен өйрәнеүҙән мәхрүм иткән ата-әсәләргә ҙур талап булып тора.
«Ата-әсәнең телен белеү мотлаҡ. Әйҙәгеҙ, ошо йәһәттән әүҙемерәк эшләйек. Телде өйрәнергә мәжбүр итерлек көс юҡ, быны мәжбүри рәүештә эшләү мөмкин түгел, — тине Башҡортостан башлығы. — Кешене тел мөхитенә йәлеп итеү аша һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. Тел эшлекле тормошта ла кәрәк булырға тейеш, күңел өсөн, үҙеңде туған халҡың менән бер бөтөн тойоу өсөн дә кәрәк».
Рөстәм Хәмитов республика властарының ошо тема менән шөғөлләнеүен һөйләне.
«Беҙҙә программа бар, финанслау, шул иҫәптән республиканан ситтә йәшәгән халыҡтарға, башҡорттарға матди ярҙам күҙ уңында тотола. Туған телдәрҙе өйрәнеүгә республика Башлығы гранттары ҡаралған, туған телдәрҙе, башҡорт, татар, мари, сыуаш телдәренән тыш, рус телен яҡлау өсөн махсус фонд булдырырға ниәтләйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Рус теле лә яҡлауға мохтаж».
Башҡортостан Башлығы телдең сафлығы менән шөғөлләнеү кәрәклеген билдәләне һәм Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ, Арғаяш райондарында йәшәүселәрҙе проектта ҡатнашырға саҡырҙы.
«Һеҙгә мотлаҡ килермен һәм башҡорт телендә лә аралашырбыҙ», — тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1147175-rustem-khamitov-yazyk-materi-i-ottsa-znat-nuzhno-obyazatelno/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика