06:29 (UTC+5), 20 Апреля 2018

Башҡортостанда һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләренең датаһы билдәләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда һуңғы ҡыңғырау байрамдары һәм сығарылыш кисәләренең датаһы билдәләнде. Мәҫәлән, туғыҙынсы класс уҡыусыларының «һуңғы ҡыңғырау» байрамы — 24 майҙа, 11 класты тамамлаусылар өсөн 25 майҙа була. Ун беренсе класс уҡыусыларына аттестат тапшырыу һәм сығарылыш кисәләре 23 июндә берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен алғандан һуң ойошторола. Туғыҙынсыларға аттестат тапшырыу көнөн һәр муниципалитет үҙе билдәләй.
Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында ла сығарылыш уҡыусыларының Яҙғы балы уҙа. Ошо ҙур байрамдың датаһы әлегә билдәләнмәгән.
Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, әлеге сараларҙы үткәргәндә хәүефһеҙлек мәсьәләләренә айырым иғтибар биреү ҡарала. Әлеге ваҡытта барлыҡ райондарға эске эштәрҙең территориаль бүлексәләре етәкселәренә тантаналы линейкалар һәм сығарылыш кисәләренең графигын ебәрергә тәҡдим ителгән. Был бөтә ерҙә лә мөһим ойоштороу мәсьәләләрен әҙерләү өсөн кәрәк.
Быйыл республикала 18 меңдән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы мәктәп тамамлай.
http://www.bashinform.ru/news/1146986-v-bashkirii-opredeleny-daty-provedeniya-poslednikh-zvonkov-i-vrucheniyaattestatov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика