06:00 (UTC+5), 20 Апрель 2018

Башҡортостан Башлығы 24 сәғәт, аҙнаһына 7 көн эшләй һәм пенсияға йыйынмай

видеотрансляциянан скриншот
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Күмертауҙа йәшәүсе «Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән һөйләшеү» тапшырыуының WhatsApp һанына «Һеҙ ҡасан пенсияға сығаһығыҙ, үҙегеҙгә алмашҡа кеше әҙерләйһегеҙме?» тигән һорау ебәргән. Рөстәм Хәмитов яуаплап, пенсияға сығырға йыйынмауын әйтте.
«Хәҙер дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн пенсия йәше арта һәм яҡшы арта. Икенсе хәл, мин мәңге республика Башлығы вазифаһында эшләй алмайым, конституция менән билдәләнгән ваҡыт бар. 2019 йылда минең Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп һайланып ҡуйылған тәүге срок тамамлана. Минең был вазифаға ике тапҡыр һайланырға хоҡуғым бар. Ҡарар ҡабул итеү ваҡытына – 2019 йылдың сентябренә йәки мартына тиклем уйларға, аралашырға, фекер тупларға, кешеләр, республика халҡы менән кәңәшләшергә ваҡыт бар әле. «Кәрәк» тип әйтһәләр, тимәк, эшләйәсәкбеҙ. «Ваҡыт етте» тиһәләр, тимәк, ниндәйҙер икенсе ҡарарҙар буласаҡ», — тине Башҡортостан Башлығы.
Уның һүҙҙәренсә, асылда, пенсияға сығырға кәрәкмәй, артабан эшләргә кәрәк.
«Ҡайһы берҙә миңә өйҙә: «Беҙ һине күрмәйбеҙ, һин беҙгә кәрәк, беҙгә аралашыу, бергәләп йөрөү, ял итеү етмәй», - тиҙәр. Әлегә булдыра алмайым – эш бөтә ваҡытты: 24 сәғәтте, аҙнаһына 7 көндө ала. Пенсияға йыйынмайым. Артабан эшләйәсәкмен. Киләһе һайланыу хаҡында ҡарарҙы яҡынса бер йылдан ҡабул итермен», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1147112-glava-bashkirii-rabotaet-24-chasa-7-dney-v-nedelyu-i-na-pensiyu-ne-sobiraetsya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика