07:20 (UTC+5), 19 Апреля 2018

Башҡортостан делегацияһы республиканың ЮНЕСКО менән ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшереү өсөн Францияға юлланды

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 18 апрелдә республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы республика һәм ЮНЕСКО хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү өсөн Францияға юлланды.
Быйыл республиканың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек итеүенә 20 йыл тула. Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сәфәр программаһы менән ЮНЕСКО ҡарамағында Рәсәйҙең даими вәкиллегендә, Парижда Рәсәй Фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә, ЮНЕСКО Секретариатында һәм ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы үҙәгендә «Шүлгәнташ» мәмерйәһендә ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр» мәҙәни объекты буйынса номинация досьеһын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү ғаризаһын алға ебәреү мәсьәләләрен тикшереү, ЮНЕСКО Геопарктарының Глобаль селтәренә дәғүә иткән «Янғантау»ҙа Рәсәй Федерацияһында тәүге Геопарк асыуға бәйле ғаризаны тамамлау һорауҙары буйынса эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр күҙалланған.
Башҡортостан делегацияһы ЮНЕСКО ҡарамағында Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡулы илсеһе, даими вәкиле Александр Кузнецов һәм Даими вәкиллек хеҙмәткәрҙәре менән осрашасаҡ, Парижда Рәсәй Фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә буласаҡ. Унда ул 2018 йылдың октябрендә был Үҙәктә ЮНЕСКО-ға тәҡдим ителгән ике объект – «Шүлгәнташ» мәмерйәһендәге һүрәттәр һәм «Янғантау» геопаркы менән таныштырыу сараһын үткәреүгә бәйле һорауҙарҙы тикшерергә күҙаллай.
Шулай уҡ делегация ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫ үҙәге директоры Метхильд Рёслер, ЮНЕСКО-ның геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара программаһы етәксеһе Патрик Маккивер менән осрашасаҡ. Ғаризаларҙы тамамлау буйынса төп мәсьәләләрҙе тикшереү һәм ЮНЕСКО-ға тәҡдим ителгән объекттарҙы алға ебәреү буйынса ваҡытлыса графикты һәм «юл картаһын» билдәләү күҙаллана.
20 апрелдә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн Еропала киң танылған Францияның көньяғындағы «Шове мәмерйәһе» ҡая һүрәттәре музей комплексына, Франция коллегаларының ЮНЕСКО геопаркы булдырыу һәм уның менән идара итеү буйынса эш тәжрибәһе менән танышыу өсөн «Монт-д’Ардеш» ЮНЕСКО геопаркына баралар.
http://www.bashinform.ru/news/1146534-delegatsiya-bashkirii-vyekhala-vo-frantsiyu-dlya-obsuzhdeniya-voprosov-dvustoronnego-sotrudnichestva/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика