11:45 (UTC+5), 19 Апреля 2018

Бөгөн бөтөн донъяла Умырзая көнө билдәләнә

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Йыл һайын 19 апрелдә донъяның күпселек илдәрендә матур яҙ байрамы – Умырзая көнө билдәләнә. Уның тарихы 1984 йылда Англияла башлана. Умырзая йәки галантус – амариллис ғаиләһенән күп йыллыҡ үләндәр төрө. Уға 19 төр һәм тәбиғи сығышлы ике гибрид ҡарай. Элекке СССР биләмәһендә 12 төрө үҫә. Үҫемлектәргә юҡҡа сығыу хәүефе янай. Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабында киң япраҡлы, тар япраҡлы, кавказ, Лагодех, Борткевич һәм Воронов умырзаялары бар.
Умырзая көнө кешеләрҙе был сәскәләрҙе йыймаҫҡа һәм һатып алмаҫҡа инандырыу өсөн ойошторолған. Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 8.35 статьяһы менән һирәк осрай торған хайуандарға йәки үҫемлектәргә зыян килтергән өсөн граждандар өсөн – 2,5-5 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 15-20 мең һәм юридик шәхестәр өсөн 500 мең һумдан 1 миллионғаса яуаплылыҡ билдәләнгән. Үҫемлектәрҙе һәм уларҙың өлөштәрен йыйыу, һатып алыу, һатыу, өҙөү, һаҡлау, ташыу, ҡарау һәм ебәреү буйынса эштәр закон тарафынан юҡ итеүгә тиңләштерелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1146508-segodnya-vo-vsem-mire-otmechaetsya-den-podsnezhnika-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика