15:48 (UTC+5), 18 Апреля 2018

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ дауаханаһында мәктәптә ғәҙәттән тыш хәлдә зыян күргәндәр менән осрашты

асыҡ сығанаҡ
асыҡ сығанаҡ
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтағы 1-се дауаханала мәктәптә зыян күргәндәр менән осрашты. Төбәк етәксеһе уларҙың хәле менән ҡыҙыҡһынды һәм тиҙерәк һауығыуҙарын теләне, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
«Балаларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай, ҡыҙҙар һауығыр, барыһы ла һәйбәт булыр. Мин улар менән аралаштым, таныйҙар, хатта йылмаялар», — тине Рөстәм Хәмитов уларҙың ата-әсәләре һәм туғандары менән һөйләшеүҙә.
Табиптар әйтеүенсә, зыян күргәндәр уртаса ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән ҡала дауаханаһына оҙатылған. Әлеге ваҡытта уларҙың хәле тотороҡло, артабанғы фараздар яҡшы. Улар менән психологтар ҙа эшләй.
Алдан хәбәр ителгәнсә, бөгөн 9-сы коррекция класы уҡыусыһы уҡыусыларға һәм информатика уҡытыусыһына бысаҡ менән ташланған, һуңынан кабинетҡа ут төртөп, үҙен-үҙе үлтерергә маташҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдә дүрт кеше: уҡытыусы, ике уҡыусы ҡыҙ һәм һөжүм итеүсе үҙе зыян күргән.
http://www.bashinform.ru/news/1146038-rustem-khamitov-posetil-v-bolnitse-sterlitamaka-postradavshikh-vo-vremya-chp-v-shkole/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика