08:52 (UTC+5), 18 Апреля 2018

Өфөлә 28 ҡатлы йорттарҙан торған яңы квартал төҙөлә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 20 һәм 28 ҡатлы йорттарҙан торған яңы квартал төҙөлә. Төҙөлөш Менделеев, Баҡалы, Аҡназаров, Красноводск урамдары менән сикләнгән кварталда башлана. Бөгөн, 18 апрелдә, ҡала Советы депутаттары планировкалау һәм межалау проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар тәғәйенләй. Проект «Ағиҙел-Инвест-Строй» төҙөлөш компанияһы заказы буйынса башҡарылған.
Ҡала халҡына әлеге ваҡытта ошо биләмәлә урынлашҡан ике ҡатлы йорттарҙы һүтеүҙе раҫларға кәрәк. Улар — Баҡалы урамы, 38, Баҡалы урамы, 36, Баҡалы урамы, 44/1, шулай уҡ Баҡалы урамы, 46 адресы буйынса йорттар һәм административ бина, хужалыҡ ҡаралтылары һәм гараждар.
Яңы квартал 20 һәм 28 ҡатлы ике йорттан тора. 20 ҡатлы бинала ер аҫты туҡталҡаһы, ҡыйыҡта физкультура, балалар өсөн уйын һәм өлкәндәргә ял итеү майҙансыҡтарын булдырыу ҡаралған.
Яңы биналарҙың фасадын әлеге төҙөлөш һәм ошо урынға хас стилдә проектлау күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1145525-v-ufe-poyavitsya-novyy-kvartal-s-zhilymi-domami-v-28-etazhey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика