07:05 (UTC+5), 18 Апреля 2018

«Берләшмә» форумы көндәрендә Өфөлә #ИзгеЭштәрАкциялары үтәсәк

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 24-25 апрелдә Өфөләге Конгресс-холда Волга буйы федераль округының әүҙем граждандары өсөн тәүгә «Берләшмә» форумы үтә. Сарала Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, Волга буйы федераль округы төбәктәре делегациялары, коммерцияға ҡарамаған даирә вәкилдәре, әүҙем граждандар ҡатнашасаҡ.
Ошондай ҙур һәм мөһим ваҡиғаларҙы уҙғарыу — социаль әһәмиәтле саралар ойоштороу һәм үткәреү өсөн ваҡыт ул, шуға Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы #ИзгеЭштәрАкцияларын асып ебәрә.
Уларҙың береһе — «Беҙ һинең менән бер ҡандан» донор ҡаны йыйыу буйынса акция. Форум көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 2-гә тиклем Конгресс-холл янында ҡан алыу һәм ашығыс тест үткәреү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған күсмә ҡан йыйыу станцияһы урынлашасаҡ. Донорҙарҙы Республика ҡан тапшырыу станцияһы ҡабул итәсәк.
«Балаларға — китап» тип исемләнгән икенсе акция балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар йыйыуҙы күҙ уңында тота. Кешеләр китаптарҙы форумға килтерә һәм уларҙы ирекмәндәргә тапшыра ала. Бөтә йыйылған китаптар республиканың ауыл китапханаларына һәм социаль приюттарға йүнәлтеләсәк.
Акцияларҙа бөтә теләүселәр ҡатнаша ала.
http://www.bashinform.ru/news/1145895-v-dni-foruma-soobshchestvo-v-ufe-proydut-aktsiidobrykhdel/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика