12:46 (UTC+5), 17 Апрель 2018

Ташҡын-2018: 17 апрелгә республика йылғаларындағы һыу кимәле

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Шакша янындағы Өфө йылғаһы бер тәүлек эсендә 47 сантиметрға күтәрелеп, 298 сантиметрға еткән. Был хаҡта Башҡортостандың Экология министрлығы Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итә.
Икенсе урында — Илеш районының Андреевка ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы (тәүлегенә 41 сантиметрға артҡан). Әлеге мәлдә йылғала һыу кимәле 399 сантиметр тәшкил итә.
Бөрө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһы 31 сантиметрға күтәрелгән, 17 апрелгә бында һыу кимәле 495 сантиметр булған.
Ҡайһы бер участкаларҙа һыу кимәленең кәмеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, Ҡариҙел районының Үрге Һөйән ауылы янында Өфө йылғаһының кимәле бер тәүлектә 54 сантиметрға төшкән. Ашҡаҙар, Стәрле, Инйәр, Өршәк, Дим, Йүрүҙән, Сәрмәсән, Әй, Эҫем һәм башҡа йылғаларҙа ла һыу кимәле түбәнәйә.
http://www.bashinform.ru/news/1145236-polovode-2018-uroven-vody-v-rekakh-bashkirii-na-17-aprelya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика