09:10 (UTC+5), 17 Апрель 2018

Республика ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең пилотһыҙ ярҙамсылары булырмы?

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда юлдарҙағы тәртипте квадрокоптерҙар ярҙамында күҙәтергә ниәтләйҙәр. Республика Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, Ҡырмыҫҡалы районында пилотһыҙ осоу аппаратын һынап ҡарағандар. Квадрокоптер автомобилдең ҡаршы һыҙатҡа сығыу осрағын теркәгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ошо хоҡуҡ боҙоуҙы яҙып алған.
Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһындағы баланста әлегә квадрокоптерҙар юҡ. Ведомствола билдәләүҙәренсә, ҡайһы бер төбәктәрҙә Эске эштәр министрлығы ошо техниканы һатып алған да инде. Уларҙың тәжрибәһен өйрәнеү һәм ыңғай һөҙөмтәләр булған осраҡта уны Башҡортостанда, айырыуса хәүефле участкаларҙа ҡулланыу күҙаллана.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: квадрокоптерҙар төбәктә ташҡынды күҙәткәндә лә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткәйне. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан ҡотҡарыусылары Өфө районының Зубов ауылында һыу баҫҡан урындарҙы ҡарау өсөн дүрт квадрокоптерҙы файҙаланды.
http://www.bashinform.ru/news/1145125-u-sotrudnikov-gibdd-bashkirii-poyavyatsya-bespilotnye-pomoshchniki-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика