02:15 (UTC+5), 17 Апреля 2018

«iВолга-2018» йәштәр форумына ҡатнашыусыларҙы теркәү башланды

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Волга буйы федераль округындағы «iВолга-2018» VI йәштәр форумына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Волга буйында проект Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич етәкселегендә үтә. Биш йылда форум Рәсәйҙең төбәк фестивалдәре араһында кеше иң күп йөрөгән майҙансыҡҡа әйләнде, тип хәбәр иттеләр Баш федераль инспектор аппаратында.
Былтыр форумда ҡатнашыуға Башҡортостандан 829 һәләтле йәш кеше ғариза тапшырҙы. Ғәҙәттәгесә республика вәкилдәре – интеллектуаль байрамдың иң сағыу ҡатнашыусыларының береһе. Атап әйткәндә, былтыр Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары Катерина Малютина һәм Алмаз Ғатауллин – ауыл хужалығы өлкәһендәге асыштары өсөн, Өфө дәүләт авиация техник университетынан Тимур Йософов «E-Ti» электр мотоциклын эшләү идеяһы өсөн гранттар алды. Бөгөн студенттар үҙҙәренең уникаль проекттары өҫтөндә эшен дауам итә.
«iВолга» форумында 18-30 йәштә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн сайтта теркәлергә кәрәк. Ғаризалар 21 майға тиклем ҡабул ителә. Быйыл форум Мастрюков күлдәре буйындағы майҙанда 26 июлдән 4 авгусҡа тиклем үтә.
http://www.bashinform.ru/news/1144748-zapushchena-registratsiya-uchastnikov-molodezhnogo-foruma-ivolga-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика