09:30 (UTC+5), 17 Апреля 2018

Башҡортостанда оҫтабикә милли баш кейемдәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә

автор
Рәзинә Шәрипова
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Рәзинә Шәрипова/. Милли кейемдәр, баш кейемдәре тегеү һәм милли биҙәүестәр эшләү буйынса Башҡортостандың бөтә төньяҡ-көнсығышына киң танылған оҫтабикә, йәмәғәт эшмәкәре һәм «Аҡ йондоҙ» халыҡ фольклор түңәрәгенең активисы Мәсетле районынан Тәнзилә Ғәйнетдинова ҡыҙҙар өсөн баш кейеме – һарауыс тергеҙеү менән шөғөлләнә.
Уҙған быуат башында онотолған баш кейемен урындағы оҫтабикәләр Оло Ыҡтамаҡ ауылы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында күреп ҡала. Уны бәләкәй ҡыҙҙар, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар кейгән, шулай уҡ һарауысты, ҡалпаҡты яулыҡты күтәртеп ҡуйыу өсөн файҙаланғандар. Һарауыс, ҡалпаҡ һәм ҡушъяулыҡ төньяҡ-көнсығыш башҡорттары кейеменең үҙенсәлеге булып тора. Көньяҡ Урал райондарында маңлайса, ҡашмау киң таралған.
Ете тиҫтәне уҙған педагогик хеҙмәт ветераны Тәнзилә Ғәйнетдинова хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң милли кейемдәр, алъяпҡыстар, камзулдар тегеүгә, биҙәүестәр, баш кейемдәре эшләүгә ныҡлап тотонған. Уның хеҙмәт емештәренән ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары файҙаланып ҡыуана, башҡа райондарҙан да заказдар килеп тора. Ул урындағы фольклор ансамблен баштан аяҡ «кейендергән» һәм мәктәп уҡыусыларына милли кейемдәр бүләк иткән.
Барыһы ла алыҫта ҡалған 1969 йылда уҡытыусы булып саҡ эшкә тотонғанда башлана. Тәнзилә Мостафа ҡыҙы арзан хаҡҡа ғына теген машинаһы һатып ала. Шунан бирле ул күлдәктәр, ҡорама юрғандар һәм мендәр тыштары тегә.
«Ул саҡта ҡул эшенә, яратҡан шөғөлөмә ваҡыт етмәй ине – эш, ғаилә, йорт-ҡура. Хаҡлы ялға сыҡҡас ваҡытты ҡайҙа итергә белмәй ҡул эшенә тотондом. Күлдәктәр, камзулдар тегә башланым, һуңынан уларҙы тамбурлы сигеү менән биҙәнем. Йәш саҡта өләсәйҙәрҙең мендәр тыштарына, ҡорғандарға оҫта итеп сәскә «төшөргәндәрен» күреп, һоҡланып туя алмай инем. Бына үҙем дә был эшкә тотонорға булдым», — тип һөйләй оҫтабикә.
Оҫтабикә хаҡында тулыраҡ «Электрогазета»ла уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1145393-masteritsa-iz-bashkirii-vozrozhdaet-natsionalnye-golovnye-ubory/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика