09:45 (UTC+5), 16 Апреля 2018

16 апрелдә республикала халыҡҡа ашығыс хәбәр биреү системаһын тикшерәләр

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Дүшәмбе 16 апрелдә Башҡортостандағы төбәк автоматлаштырылған гражданлыҡ оборонаһы үҙәк хәбәр биреү системаһы пландан тыш комплекслы тикшереү үтә. Уның барышында «Бөтәһенә лә иғтибар!» («Внимание всем!») сигналы биреләсәк.
Урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙән 12-гә саҡлы бөтә республика биләмәһе буйлап сирена яңғыраясаҡ.
Электр сиренаһы ҡыҫҡа ваҡытлы, оҙайлығы 30 секундҡа хәтлем. Ысын ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда «Бөтәһенә лә иғтибар!» сигналы электр сиреналар, репродукторҙар, сәнәғәт предприятиелары гудоктары менән биш минутҡа хәтлем оҙайлыҡта бирелә.
Халыҡҡа ғәҙәттән тыш хәл хаҡында хәбәр биреү – кәрәкле хәүефһеҙлек сараһы. Ул халыҡты ниндәй ҙә булһа берәй авария эҙемтәһенән йәки төрлө факторҙар тәьҫирендә барлыҡҡа килгән емереү йоғонтаһынан һаҡларға ярҙам итә.
«Бөтәһенә лә иғтибар!» — хәүеф йәки ғәҙәттән тыш хәл барлыҡҡа килеү осрағында ашығыс хәбәр биреү алдынан халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү өсөн бирелә торған иҫкәртеү сигналы.
http://www.bashinform.ru/news/1144354-16-aprelya-v-bashkirii-proveryat-sistemu-ekstrennogo-opoveshcheniya-naseleniya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика