04:30 (UTC+5), 13 Апреля 2018

Михаил Закомалдин республика ҡыҙҙарын һәм егеттәрен «Ҡайнар йөрәк» билдәһе менән бүләкләне

Волга буйы федераль округының Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 12 апрелдә Рәсәй Президентының Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә «Ҡайнар йөрәк» бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл кешеләргә ауыр тормош хәлендә вайымлылыҡ һәм ярҙам күрһәткән Башҡортостандан 10 ҡыҙ һәм егет наградаларға лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһын асып, баш федераль инспектор Михаил Закомалдин ҡыйыу һәм батыр балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә, өләсәй-олатайҙарға рәхмәт әйтте.
«Бөгөн залда әле йәш-елкенсек балаларҙы күрәбеҙ. Әммә улар бөтәһе лә, ҡайһы саҡта өлкәндәрҙең ҡыйыулығы етмәгән, батырлыҡ күрһәткән. Кемдер ҡусты-һеңлеләрен янғындан, кемдер иптәштәрен һыуҙа үлемдән ҡотҡарған. Батырҙар араһында ҡыҙҙар ҙа бар. Ләйлә Сәйфетдинова юлға йүгереп сыҡҡан баланы машинан ҡотҡарған. Ләйлә баланы үҙе менән ҡаплаған, һөҙөмтәлә автомобиль уны бәрҙергән. Бәхеткә күрә фажиғәнән ҡотолоп булған. Бөтәһе лә иҫән ҡалған. Хөрмәтле лауреаттар, беҙ һеҙҙең менән бик ғорурланабыҙ. Булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Закомалдин. Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Өфөнән Илфат Ғәлинға; Яңауылдан Әҙил Ғиниәтуллинға, Булат Миңлеғәлиевҡа, Джахонгир Мирзаевҡа һәм Илдар Юлдашевҡа; Шаран районынан Илгиз Далжановҡа һәм Артем Урсаевҡа; Бишбүләк районынан Азат Мәзитовҡа; Мәләүез ҡалаһынан Ләйлә Сәйфетдиноваға диплом, күкрәккә таға торған «Ҡайнар йөрәк» билдәһен һәм Маҡтау китабын тапшырҙы. Китап биттәре тетрәндергес, фәһемле, изге, дәртләндергес тарихтар һаҡлай. Бүләкләнгәндәр Рәсәйҙең 85 төбәгенән 940 бала араһынан һайлап алынды. 2018 йылда бөтәһе 156 кеше (уларҙың өсәүһе үлгәндән һуң) һәм һигеҙ йәмәғәт ойошмаһы һәм берләшмә наградаға тәҡдим ителде.
http://www.bashinform.ru/news/1143494-mikhail-zakomaldin-nagradil-yunykh-zhiteley-respubliki-nagrudnym-znakom-goryachee-serdtse/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика