08:30 (UTC+5), 13 Апреля 2018

Дүшәмбенән төбәктә физик берәмектәрҙән һалым бурыстарын түләтеү буйынса рейдтар башлана

Андрей Старостин
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда 16 апрелдән суд приставтары хеҙмәте менән берлектә һалым органдары бөтә республика буйлап бурыслыларҙан – физик берәмектәрҙән һалым түләүҙәрен түләтеү буйынса рейдтар башлай.
Бурыслыларға ҡарата аҡсаларҙы тартып алыу һәм мөлкәтте ҡулға алыу, транспортты махсуслаштырылған туҡталҡаға мәжбүри эвакуациялау буйынса саралар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр итә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Артабан ҡулға алынған мөлкәт баһаланасаҡ һәм бюджетҡа бурысты ҡаплау иҫәбенә һатыласаҡ.
Бындай хәл килеп тыумаһын өсөн, һалым түләргә «онотҡан» граждандарҙың йөкләмәләрен ваҡытында үтәүҙәре һорала.
1 апрелгә ҡарата, республикала милек һалымы буйынса бурыс 2,4 миллиард һум тәшкил иткән, уларҙан транспорт һалымы бурысы 67 проценттан ашыу – 1,6 миллиард һум.
http://www.bashinform.ru/news/1143822-v-bashkirii-s-ponedelnika-startuyut-reydy-po-vzyskaniyu-nalogovykh-dolgov-s-fizicheskikh-lits-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика