10:01 (UTC+5), 13 Апрель 2018

Башҡортостанда талпандар ҡасан уяна – Һаулыҡ һаҡлау министрлығы комментарийы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда медиктар талпандарҙың әүҙемләшкән осорон атаны. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, тупраҡ 5-7 градусҡа тиклем йылынһа, талпандар әүҙемләшә башлай. Талпан ҡаҙалыу осраҡтарының күбеһе – май-июнь айҙарына, һуңынан авгусҡа, сентябрь башына тура килә.
Белгестәр фекеренсә, талпан энцефалиты һәм талпан боррелиозы (Лайм сире) республика шарттарында иң йыш күҙәтелгән һәм хәүефле инфекциялар булып тора. Сирҙәрҙе ҡуҙғытыусылар кешегә нигеҙҙә вирус менән зарарланған талпан аша күсә. Шулай уҡ вирусты ҡайнатылмаған кәзә һөтө аша ла эләктерергә мөмкин. Шуға күрә талпан энцефалиты теркәлгән биләмәләрҙә һөттө ҡайнатып эсергә кәрәк.
Шуны белеү зарур: талпандар айырыуса урман һуҡмаҡтарында күп. Уларҙы хайуандарҙың һәм кешеләрҙең еҫе йәлеп итә. Кеше талпандың тешләүен һиҙмәй, сөнки ул ауырттырмай. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң ҡаҙалған урын шешә, был талпанды табырға һәм алып ташларға мөмкинлек бирә. Инкубация ваҡыты 7-14 көн дауам итә.
Талпан энцефалитының тәүге билдәләре:
— ҡапыл башлана;
— ҡалтырата, тән температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә;
— ныҡ итеп баш ауырта;
— тән ауырта, хәлһеҙлек, уҡшыта;
— бит, күҙ ҡыҙара;
— сир башланғандан алып 3-5 көн үткәс нервы системаһының ҡаҡшауы мөмкин: көҙән йыйырыу, һаташыу, аяҡтарҙа хәлһеҙлек күҙәтелә.
Талпан энцефалитының эҙемтәләре төрлөсә: һауығырға ла була, инвалид булып ҡалыу йә үлеү хәүефе лә ҙур. Ҡайһы берҙә талпан тешләгән урын бер аҙ ҡыҙарып тора, һуңынан ул ҙурая, диаметры ун сантиметрға етеүе мөмкин. Был талпан боррелиозы менән зарарланыу тигән һүҙ.
Сирҙең ошо билдәләре беленеү менән шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1143606-kogda-v-bashkirii-prosnutsya-kleshchi-kommentariy-minzdrava/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика