12:03 (UTC+5), 13 Апреля 2018

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Ул ике ҙур аграр фәне үҙәге көсөн әүҙем ғилми-техник һәм мәғариф сәйәсәтен булдырыуға йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота.
«Хеҙмәттәшлектең төп маҡсаты — яҡтарҙың ауыл хужалығы культуралары селекцияһы һәм орлоҡсолоғо өлкәһендә ғилми-техник һәм етештереү кооперацияһын үҫтереү. Бында студенттарға практика үтеү һәм селекция, орлоҡсолоҡ, биотехнологиялар буйынса берлектәге фәнни-педагогик тәжрибәләр, ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн учреждениеларҙың матди-техник базаһын биреү, аспирантурала һәм докторантурала кадрҙар әҙерләү төп пункттар булып һанала», — тип хәбәр итте Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының матбуғат секретары Гөлдәр Нуриева.
Килешеүҙә инновацион фәнни-техник программалар һәм проекттар, юғары һәм өҫтәмә профессиональ белем биреү мәғариф программаларын берлектә әҙерләү һәм экспертиза ҡаралған.
Белгестәр билдәләүенсә, йәш кадрҙарҙы йәлеп итеп, учреждениеларҙың интеллектуаль һәм матди өлөшөн берләштереү ауыл хужалығы фәнен һәм тәжрибәһен үҫтереүгә, фән ҡаҙаныштарын производствоға тиҙерәк индерергә мөмкинлек бирә.
http://www.bashinform.ru/news/1143777-bashkirskiy-nii-selskogo-khozyaystva-i-bgau-zaklyuchili-soglashenie-o-sotrudnichestve/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика