08:00 (UTC+5), 13 Апреля 2018

20 апрелдә, Милли донор көнөндә, республика халҡын ҡан тапшырырға саҡыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 20 апрелдә йыл һайын Милли донор көнө билдәләнә. Нәҡ шул көндө 186 йыл элек Рәсәйҙә тәү тапҡыр уңышлы ҡан ебәрелгән. Был эште йәш Петербург акушеры Андрей Вольф башҡарған. Бәпесләгәндә күп ҡан юғалтҡан ҡатын өсөн уның тормош иптәше донор булған.
Иҫтәлекле көн сиктәрендә республиканың ҡан хеҙмәте «Мин – Донор!» тигән акция үткәрә. 20 апрелдә Өфөләге ҡан тапшырыу станцияһы хеҙмәткәрҙәре Батыр урамы, 41/1 адресы буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем ҡан тапшырырға теләүселәрҙе ҡабул итә.
Шул уҡ көндө 27 февралдән 27 мартҡаса барған «Башҡортостан Республикаһы Ҡан хеҙмәтенең иң яҡшы логотибы» конкурсы еңеүселәрен ҡан хеҙмәте грамоталары һәм фирма бүләктәре менән бүләкләйҙәр. Йәмғеһе 36 эш ҡабул ителгән, биш ҡатнашыусы номинант булған.
Был көндө донорҙар акцияһын «Рәсәй Машина эшләүселәр союзы» ағзалары күтәреп ала. Улар республикалағы донорҙар хәрәкәтендә беренсе йыл ғына ҡатнашмай, тип хәбәр итте республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
http://www.bashinform.ru/news/1143233-v-natsionalnyy-den-donora-20-aprelya-zhiteley-bashkirii-priglashayut-sdat-krov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика