Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.59
+0.29
93.34
-0.35
66.15
+0.3
-1 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2018, 10:00
Республика Хөкүмәтендә Ю.А. Гагарин исемендәге Кубок Олимпиадаһын үҫтереү өсөн рәхмәт хаттарын тапшырҙылар
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Шаршамбы, 11 апрелдә, Космонавтика көнө алдынан, Башҡортостан Хөкүмәтендә Ю.А. Гагарин исемендәге Кубок Олимпиадаһы үҫешенә тос өлөш индергән республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов, сараны асып, Башҡортостанда Олимпиада 2011 йылдан бирле уҙғарыла, уның исемен төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте, тип билдәләне. Ағымдағы уҡыу йылында унда 120 мең уҡыусы ҡатнашты.
Бынан тыш, уҙған йылдан башлап Олимпиадала өлкән класс уҡыусылары ҡатнаша. Яңылыҡты республиканың алдынғы уҡыу йорттары, шулай уҡ «Роскосмос» корпорацияһы күтәреп алды. Еңеүселәргә һәм призерҙарға юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк бирелә.
«Проект форматын киңәйтеү идеяһы уңышлы булып сыҡты, – тип билдәләне Фәрхәд Самедов. – Былтыр бөтә республиканан 15 меңдән ашыу өлкән класс уҡыусыһы ҡатнашты».
Шул рәүешле, был интеллектуаль марафон иртә профессиональ йүнәлеш алған киң мәғариф проектына әйләнде.
Төбәктең юғары уҡыу йорттары ректорҙары, Башҡортостан муниципалитеттарының мәғариф бүлектәре етәкселәре, профилле коммерцияға ҡарамаған ойошма белгестәре рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Бүләкләү тантанаһында лётчик-космонавт, Рәсәй Федерацияһы Геройы Сергей Ревин ҡатнашты. Ул сараға йыйылғандарҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы һәм республикалағы һөнәри йүнәлешле проекттар ярҙамында яҡын киләсәктә илдә Башҡортостан космонавтары булыуы мөмкин тип билдәләне.
http://www.bashinform.ru/news/1142846-v-pravitelstve-bashkirii-byli-vrucheny-blagodarstvennye-pisma-za-razvitie-olimpiady-na-kubok-imeni-yu/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
башҡортостан хөкүмәте
Читайте нас: