04:05 (UTC+5), 12 Апреля 2018

Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй ДОСААФ-ы рәйесе Александр Колмаков хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй ДОСААФ-ы рәйесе, генерал-полковник Александр Колмаков менән осрашты.
Осрашыу барышында яҡтар Рәсәй ДОСААФ-ы һәм республика Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү, саҡырыу йәшенә тиклемге граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейеш йәштәрҙең һаулығын, физик һәм әхлаҡи-псиохологик торошон яҡшыртыу, йәштәрҙең хәрби хеҙмәт һәм хәрби-иҫәп һөнәрҙәре нигеҙҙәре буйынса әҙерлек сифатын яҡшыртыу һорауҙары буйынса үҙ-ара эш итеүҙе күҙ уңында тота.
Килешеү төбәк биләмәһендә Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өсөн егеттәрҙе әҙерләү өсөн уҡытыу-матди үҙәге, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексында Тест үткәреү үҙәге, Техник спорт төрҙәре үҙәге һәм полигоны, атыу спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн база төҙөүҙе күҙаллай.
- Рәсәй ДОСААФ-ы беҙҙең өсөн бик мөһим структура булып тора. Беҙ хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе дауам итергә әҙер. Ойошмағыҙҙың йәштәрҙе әрме хеҙмәтенә әҙерләүҙә ни тиклем ҙур роль уйнағанын аңлайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – ДОСААФ беҙҙең егеттәрҙе әҙерләй. Былтыр беҙҙең Рәсәй армияһы өсөн бер мең водитель уҡытып сығарҙыҡ. Ошо бөтә егеттәр ҙә хеҙмәт итә. Килешеү республика биләмәһендә ДОСААФ эшенең үҫешенә яңы көс бирер тип ышанам.
- Республика етәкселегенең ойошма эшмәкәрлегенә ҡарата иғтибарын тоябыҙ. Мөнәсәбәттәрҙе тағы ла киңерәк йүнәлештә үҫтереү өсөн бөтә нигеҙҙәр бар тип иҫәпләйбеҙ. Унан бигерәк, бөтә башланғыстар һәм яңы алымдар нәҡ Башҡортостанда күрһәтелә башлай. Республикалағы ҡеүәтле ойошма артабан да лайыҡлы урын биләргә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Колмаков. – Хәҙер Ҡырымдан, Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында эшләнгән кеүек етди эшмәкәрлек программаһына сыға алабыҙ. Был юҫыҡта берлектәге эш яңы әйләнеш алыр, ә килешеү бөтә һорауҙарҙы әүҙемләштерер тип уйлайым.
http://www.bashinform.ru/news/1142827-rustem-khamitov-i-predsedatel-dosaaf-rossii-aleksandr-kolmakov-podpisali-soglashenie-o-sotrudnichest/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика