Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2018, 07:30

Өфөлә фонтандарҙы асырға әҙерләйҙәр

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡала хеҙмәттәре эшселәре фонтандарҙы асырға әҙерләй башланы — коммуникацияларҙы һәм ҡорамалдарҙы ҡышҡы осорға консервациялау осоро тамамланды.
Коммуналь хеҙмәткәрҙәр (уларҙың 19 фонтанды хеҙмәтләндерә) электр ҡорамалдарының, насостарҙың төҙөклөгөн тикшерә, шулай уҡ кәрәкле ҡорамалдар ҡуя. Ҡала фонтандары таҙартыу, кәрәк булған осраҡта монтажлау процедураларын үтә.
Ғәҙәттәгесә, фонтандар миҙгеле 1 май байрамдарына асыла. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: коммуналь ойошма хеҙмәткәрҙәре йыл әйләнәһенә ошо объекттарҙың торошон күҙәтә — инженер коммуникацияларын тәртиптә тота һәм таҙарта.
http://www.bashinform.ru/news/1142425-ufimskie-fontany-gotovyat-k-otkrytiyu/
Читайте нас: