09:56 (UTC+5), 12 Апреля 2018

Дәүләкән ҡаймағында етешһеҙлектәр асыҡланған – Рәсәй сифат системаһы

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй сифат системаһы эксперттары 20% ҡуйылыҡтағы ҡаймаҡты тикшергән. Илебеҙ баҙарындағы популяр маркаларҙың 50 өлгөһө лабораторияларға ебәрелгән. Башҡортостан етештереүсеһендә бер нисә етешһеҙлек асыҡланған.
Атап әйткәндә, Дәүләкән ҡаймағында хайуан майҙары үҫемлектәрҙеке менән алмаштырылған, яҙылған һәм ысын масса араһында айырма, тетрациклин төркөмөнә ҡараған антибиотик эҙҙәре бар. Һуңғыһы етешһеҙлек тип билдәләнгән.
Иң етди хоҡуҡ боҙоу — тауарҙың ялған булыуы. Мәҫәлән, «Дәүләкән» продукты — ҡаймаҡ түгел. Ләкин Рәсәй сифат системаһы эксперттары һәр ерҙә лә һөт продукцияһының ялғанлығы хаҡында мифтарҙы юҡҡа сығарҙы.
Шулай итеп, 2018 йылдың июлендә закондың үҙ көсөнә инеүенә бәйле бындай аҙыҡҡа «ҡаймаҡ технологияһы буйынса әҙерләнгән һөт аҙығы» тигән билдә ҡуйыла башлай, унда үҫемлек майының күләме билдәләнә.
Рәсәй сифат системаһында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, тауарҙар 75 сифат һәм хәүефһеҙлек күрһәткестәре буйынса тикшерелгән: 36 сауҙа маркаһы — юғары сифатлы тауар, алтауһы — сифатлы һәм хәүефһеҙ продукция, һигеҙе етешһеҙлектәр теркәлгән ҡаймаҡ тип танылған.
http://www.bashinform.ru/news/1143117-v-davlekanovskoy-smetane-naydeny-narusheniya-roskachestvo-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика