07:10 (UTC+5), 12 Апреля 2018

Башҡортостанда 700-ҙән ашыу бала льготалы туҡланыуһыҙ ҡалған

Андрей Старостин
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Нефтекама прокуратураһы урындағы поликлиниканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын үтәүен тикшергән. Закон буйынса аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе өс йәше тулмаған балаларҙың бушлай туҡланыуға хоҡуғы бар. Уны алыуға табиптар ай һайын медицина күрһәткестәренә ярашлы рецептар яҙырға тейеш.
Төбәк күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ҡала поликлиникаһында был эш тейешенсе ойошторолмаған булған. Медицина учреждениеһында иҫәптә торған 700-ҙән ашыу баланың льготалы туҡланыу хоҡуғына эйә булыуы асыҡланған. Әммә уҙған йылдың сентябрендә педиатрҙар ни бары 50-ләгән рецепт яҙған, ә октябрҙә – берәү ҙә булмаған. Шул уҡ ваҡытта аптека пунктында 2018 йылдың башына 10 мең ҡап самаһы балалар аҙығы булған.
Прокуратура Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибына күрһәтмә сығарған. Ҡарау һөҙөмтәләре буйынса быйыл март айында табиптар 550 рецепт яҙған.
http://www.bashinform.ru/news/1143041-v-bashkirii-bolee-700-detey-ostalis-bez-lgotnogo-pitaniya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика