12:16 (UTC+5), 11 Апреля 2018

Республика «Парктар маршы»на ҡушылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 22 апрелдә бөтә донъяла «Парктар маршы» акцияһы башлана. Уны шулай уҡ Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө тип тә атайҙар. Акция махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен — ҡурсаулыҡтарҙы, милли һәм тәбиғәт парктарын, заказниктарҙы һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын яҡлау идеяһына вайымһыҙ булмағандарҙы берләштерә. Сараның төп маҡсаты — үҙенсәлекле тәбиғәт биләмәләре проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү.
«Парктар маршы» акцияһы барышында тәбиғәт парктарында һәм заказниктарҙа экологик дәрестәр, фестивалдәр, ағас үҫентеләрен ултыртыу акциялары, өмәләр үткәреү ҡаралған. «Асылыкүл», «Ҡандракүл», «Ирәмәл» һәм «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт парктарында «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ» плакаттар конкурсы уҙғарыла. Иң яҡшы эштәр Мәскәүгә Ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау үҙәгенә ебәрелә.
2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмән йылы тип иғлан ителгән, был йәштәрҙе үҙҙәренең киләсәген төҙөүгә йәлеп итеү өсөн өҫтәмә стимул булыуы ихтимал, тип ышаналар Экология министрлығында. «Парктар маршы»ның төп бурыстарының береһе — балаларҙы һәм йәштәрҙе тәбиғәтте әүҙем һәм аңлы рәүештә һаҡлауға йәлеп итеү. Акцияның девизы: «Йәштәр һәм тәбиғәт — дөйөм киләсәк».
http://www.bashinform.ru/news/1142647-bashkortostan-prisoedinilsya-k-marshu-parkov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика