09:40 (UTC+5), 11 Апрель 2018

Башҡортостандан йәш геройҙар, «Ҡайнар йөрәк» билдәһен яулаусылар Ҡара диңгеҙ буйына юллама аласаҡ

Социаль-мәҙәниә башланғыстар фонды
Социаль-мәҙәниә башланғыстар фонды
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 12 апрелдә Рәсәй Федерацияһы Президентының Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә «Ҡайнар йөрәк» бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысының Башҡортостандан ун лауреатын бүләкләү тантанаһы үтә. Уларҙы Рәсәйҙең 85 төбәгенән 940 бала арыһынан һайлап алдылар.
Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Өфөнән Илфат Ғәлинға; Яңауылдан Әҙил Ғиниәтуллинға, Булат Миңлеғәлиевҡа, Джахонгир Мирзаевҡа һәм Илдар Юлдашевҡа; Шаран районынан Илгиз Далжановҡа һәм Артем Урсаевҡа; Бишбүләк районынан Азат Мәзитовҡа; Мәләүез ҡалаһынан Ләйлә Сәйфетдиноваға күкрәккә таға торған билдә, диплом һәм Маҡтау китабын тапшырасаҡ. Тағы ла бер «Ҡайнар йөрәк» эйәһе Алина Абдуллина үҙенең наградаһын Мәскәүҙә бөтөн илдән лауреаттарҙы бүләкләү һәм хөрмәтләү тантанаһында алды. 18 йәше тулмаған йәш батырҙар дәртләндереү сифатында Ҡара диңгеҙ буйындағы «Орленок» бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә юллама аласаҡ.
2018 йылда бөтәһе 156 кеше (уларҙың өсәүһе үлгәндән һуң) һәм һигеҙ йәмәғәт ойошмаһы һәм берләшмә наградаға тәҡдим ителде. Йәш батырҙарҙың тетрәндергес, фәһемле, изге, дәртләндергес тарихтары «Ҡайнар йөрәк-2018» Маҡтаулы китабына инде.
Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды 2013 йылдың ноябренән «Ҡайнар йөрәк» бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысы уҙғара. Уның төп маҡсаты – вайымлылыҡ һәм әүҙем тормош ҡарашын күрһәткән, кешеләргә эскерһеҙ ярҙамға килгән йәки ауыр тормош хәлен үтеп сыҡҡан 23 йәшкәсә балаларҙы һәм йәштәрҙе ололау һәм уларға рәхмәт белдереү.
Башлана көндөҙгө сәғәт 3-тә.
http://www.bashinform.ru/news/1141990-yunye-geroi-bashkirii-obladateli-pochetnogo-znaka-goryachee-serdtse-poluchat-putevki-na-chernomorsko/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика