Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2018, 18:09

Рөстәм Хәмитов: «Көслө, һуғышҡа һәләтле армия хәрби комиссариаттарҙан башлана»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хәрби комиссариатының 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе военкомат хеҙмәткәрҙәрен һәм хәрбиҙәрҙе ошо ваҡиға менән ҡотлап, Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Ошондай әһәмиәтле дата хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, йәки погон йөрөткән, армияла хеҙмәт иткәндәрҙән тыш, республикала йәшәүселәрҙең һәммәһе өсөн дә бик мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һәр ғаиләлә һуғыш йылдарында Ватанын һаҡлаған йәки тыныс ваҡытта ил һағында торған ир-егеттәр бар. Кемдер әлеге көндә лә хеҙмәт иткән улдарын, ирҙәрен йәки ағай-ҡустыларын көтә.
Республика хәрби комиссариаты Үҙәк хәрби округы штабының граждандарҙы ашығыс йәки контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу буйынса йөкләмәһен уңышлы башҡара, тип билдәләне Башҡортостан башлығы. Башҡортостандан йыл һайын 10 меңдән ашыу егет Ҡораллы Көстәргә алына. Улар Калининградтан алып Владивостокка тиклем төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә.
Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың хәрби иҫәбен, территориаль оборонаһын ойоштороу, халыҡ һәм транспорт ресурстарының мобилизацияға әҙерлеген тәьмин итеү эштәрен башҡара. Миҫал өсөн, республика хәрби комиссариаты 2011 һәм 2015 йылдарҙа «Үҙәк» уҡыуҙары барышында үҙен лайыҡлы күрһәтте. Былтыр иһә Бөтә иң яҡшы мобилизация үҙгәртеп ҡороуы буйынса Рәсәй смотр-конкурсында еңеүсе булды.
Республика хөкүмәте хәрби комиссариат эшмәкәрлегенә һәм саҡырыу пункттарының эшенә матди ярҙам күрһәтә. Йыйылма пункттың матди базаһын нығытыуға, хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Бында ашхана, клуб, уйын майҙансығы һәм тренажер залы менән спорт комплексы төҙөлгән.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, военкоматтар Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр һәм локаль бәрелештәр ветерандарының тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, уларҙың хәтерен мәңгеләштереү, ҡәберлектәрҙе тәртиптә тотоу, запастағы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ҙур эш башҡара.
– Тыныс тормошта, һис шикһеҙ, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренең дә өлөшө бар. Илебеҙҙе төрлө афәттән ныҡлы һаҡлауға ышаныс ҡына граждандарға тыныс йәшәргә һәм эшләргә, ғаилә ҡорорға, киләсәген төҙөргә мөмкинлек бирә. Көслө, һуғышҡа һәләтле армия тап хәрби комиссариаттарҙан, уларҙың эшен дөрөҫ, грамоталы ҡуйыуҙан башлана, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн республика хәрби комиссариаты ғәскәри частарҙың власть органдары, ойошмалар, граждандар менән тығыҙ бәйләнешен тәьмин итә. Унда эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә, хөрмәтле ветерандарға хәрби бурысҡа тоғролоҡтары, яуаплы бурыстарҙы хәл иткәндә һөҙөмтәлелек һәм яйға һалынғанлыҡ өсөн рәхмәт әйткем килә. Республика хәрби комиссариаты бер нисә тапҡыр илдә иң яҡшылар иҫәбенә инде. Киләсәктә лә шулай булыр тигән ышаныстамын.
http://www.bashinform.ru/news/1142120-rustem-khamitov-silnaya-boesposobnaya-armiya-nachinaetsya-s-voennykh-komissariatov/
Читайте нас: