04:50 (UTC+5), 10 Апрель 2018

Коммуналь түләүҙәр ил буйынса уртаса 4 процентҡа артыуы ихтимал

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Рәсәйҙә коммуналь түләүҙәр 1 июлдән ил буйынса уртаса 4 процентҡа артыуы ихтимал. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень «Известия» гәзитенә интервьюла ошондай фараздар килтерҙе. Уның һүҙҙәренсә, тарифтарҙағы үҙгәрештәрҙе Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт, шул иҫәптән уның һәр субъект биләмәһендәге төбәк вәкиллектәре күҙәтәсәк.
«1 июлдән ил һәм ресурстар буйынса уртаса 4 процент тирәһендә үҫеш булыуы мөмкин, һуңғы 2-3 йылда был тармаҡтағы иң түбән артыуҙарҙың береһе», — тип билдәләне Төҙөлөш министрлығы башлығы.
Башҡортостанда торлаҡ майҙаны һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә граждандарҙың иң ҙур рөхсәт ителгән сығымдар өлөшө буйынса төбәк стандарттары раҫланған. Бында ғаиләнең уртаҡ килеме иҫәпкә алына: күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн – 15 процент, пенсия алыусы яңғыҙ йәшәгән 60 йәшлек ирҙәр һәм 55 йәшлек ҡатындар өсөн – 18 процент, башҡа граждандар өсөн 20 процент. Әгәр был категория граждандары өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләү артып киткәндә, улар субсидия өсөн йәшәү урыны буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына һәм бүлектәренә мөрәжәғәт итә ала. Бында граждандар субсидияға дәғүә итеү-итмәүҙәрен үҙаллы тикшерә ала.
http://www.bashinform.ru/news/1141297-kommunalnye-platezhi-mogut-vyrasti-v-srednem-na-4-po-strane/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика