10:50 (UTC+5), 09 Апреля 2018

Республикала һыу баҫыуҙың 200-ҙән ашыу осрағы теркәлгән

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Апрель баштарынан республиканың 27 муниципаль берәмегендә йорт ихаталарын, өйҙәрҙе һәм юл япмаһы участкаларын ҡар һыуҙары баҫыуға бәйле граждандарҙан 234 мөрәжәғәт килгән. Был турала 9 апрелдә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
Ведомство етәксеһе Бөрйән районындағы Иҫке Монасип һәм Байназар ауылдарын миҫалға килтерҙе. Был ауылдарҙа бер көндә — 15 йорт ихатаһын, ә Ғафури районының Аҡкүл ауылында 17 йортто һыу баҫҡан.
«Ҡар һыуҙары баҫҡан урындарҙы бөтөрөү менән коммуналь, юл һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәре шөғөлләнә, — тип билдәләне Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе. — Мәҫәлән, Өфө биләмәһендә 9 апрелгә ҡарата теркәлгән 57 һыу баҫҡан урындың 49-ы бөтөрөлгән. Ҡалған һигеҙ осраҡ контролгә алынған. Өфө районы хакимиәте бер ниндәй ҙә эш алып бармай. 7 апрелдә «Ҡояшлы ялан» баҡсасылыҡ ширҡәтендә 18 участка һыу аҫтында ҡалған, унда 6 кеше йәшәй, уларҙың берәүһе — бала. Район хакимиәте был биләмәнән һыуҙы һурҙырыу буйынса бер ниндәй ҙә сара күрмәгән. Әле һыуҙы федераль янғын хеҙмәте бүлексәләрҙе һурҙыра».
http://www.bashinform.ru/news/1141147-v-bashkirii-zafiksirovano-bolee-200-sluchaev-podtopleniya-talymi-vodami/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика