05:00 (UTC+5), 09 Апреля 2018

Өфөлә һыуға батҡан һунарсының кәүҙәһен эҙләүҙә ярҙам итеүҙәрен һорайҙар

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә һыуға батҡан һыу аҫты һунарсыһының кәүҙәһен эҙләүҙә ярҙам итеүҙәрен һорайҙар. 29 йәшлек Илшат Нурғәлиевтың кәүҙәһен эҙләү эштәре тергеҙелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ир 4 ғинуарҙа Сипайлово биҫтәһендә һыу аҫтында һунар иткән саҡта юғалғайны. Ул Өфө йылғаһына сумған һәм башҡаса сыҡмаған.
Уны ҡотҡарыусылар ҙа эҙләне, водолаздар йылғаны бер нисә тапҡыр тикшерҙе. Бер тапҡыр һыуҙа объекттарҙы эҙләү ҡорамалы һунарсының кәүҙәһен тапҡайны, ләкин көслө ағым уны ағыҙып алып китте.
«Беҙ уны көн һайын эҙләйбеҙ. Хәҙер Илшатты эҙләүгә сығымдар өсөн аҡса йыйырға кәрәк, — тип яҙа ирҙең бер туғаны Зилә. — Шулай уҡ йылғала ярҙам итеү өсөн ирекмәндәр кәрәк».
Эҙләүҙә ярҙам итергә теләгәндәр уның әсәһе Наилә Нурғәлиеваға 8(917)781-63-93 теелфоны буйынса мөрәжәғәт итә ала.
http://www.bashinform.ru/news/1140924-v-ufe-rodnye-utonuvshego-podvodnogo-okhotnika-prosyat-pomoch-s-poiskami-ego-tela-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика