17:27 (UTC+5), 09 Апреля 2018

Башҡортостанда «Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ!» экологик хәрәкәте башлана

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе башланғысы буйынса Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы менән берлектә экологик хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм уларға юл ҡуймау буйынса «Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ!» хәрәкәте башлана.
Төбәктә йәшәгән һәр кем тәбиғәтте һаҡлау эшенә үҙ өлөшөн индерә һәм тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһына урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыу, браконьерҙарҙың балыҡ тотоуы, ошо балыҡ менән сауҙа итеү, тыйылған осорҙа һунарға сығыу, карьерҙарҙы законһыҙ эшкәртеү, халыҡтың дөйөм ҡулланылыштағы һыу объекттарына инеүен сикләү тураһында хәбәр итә ала.
Ошо һәм башҡа экологик хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында 069.prok@mail.ru һәм rgo-rb@mail.ru электрон почтаһына йәки 450064, Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ, урамы, 6-сы йорт адресы буйынса ебәрергә кәрәк.
Ғаризала хоҡуҡ боҙоусылар тураһында ентекле мәғлүмәттәр, фото (видео) материалдар, закон боҙоу теркәлгән урын, мөмкин булһа, уның GPS-координаталары булырға тейеш. Раҫланмаған һәм нигеҙһеҙ мөрәжәғәттәр ҡаралмай, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығынан. Хәрәкәт әүҙемселәренә аҡсалата бүләктәр ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1141155-v-bashkirii-startuet-ekologicheskoe-dvizhenie-zashchitim-prirodu-vmeste-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика