13:50 (UTC+5), 09 Апреля 2018

Башҡортостан ирекмәндәре Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы парадтарҙа «Еңеү илселәре» буласаҡ

Еңеү ирекмәндәре
Еңеү ирекмәндәре
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан өс ирекмән «Еңеү илселәре» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре булды. Улар Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта Еңеү парадын һәм Үлемһеҙ полк маршын ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнашасаҡ. Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Башҡортостандан Октябрьский ҡалаһынан «Йәштәр һарайы» муниципаль бюджет учреждениеһының волонтерҙар хәрәкәте активистары – Альберт Вәлиев һәм Дамир Яҡупов буласаҡ.
«Мәскәү ҡалаһында Еңеү парады һәм Үлемһеҙ полк маршы ирекмәндәре буласаҡ 100 бәхетле кеше иҫәбенә инеүебеҙгә бик шатбыҙ. Бындай ваҡиғаны ойоштороуға үҙ өлөшөңдө индереү бик мөһим» — тип һөйләне Альберт һәм Дамир.
Санкт-Петербургтағы Еңеү парадында Ангелина Васильева ҡатнашасаҡ. Ул да Октябрьскийҙан һәм 2015 йылдан «Еңеү ирекмәндәре» бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтендә ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
«Конкурс еңеүселәре командаһының өлөшө булыу минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. «Еңеү илселәре» үҙенсәлекле проект булып һанала, ул илдең төрлө мөйөштәренән ветерандарға ярҙам, иҫтәлекле һәм хәрби ерләү урындарын төҙөкләндереү тик 9 май менән генә сикләнмәгән йәш кешеләрҙе берләштерә», — тип уртаҡлашты Ангелина.
«Беҙҙең маҡсат Бөйөк Ватан һуғышы тарихына, Башҡортостан халҡының Еңеүгә индергән өлөшө хаҡында хәтергә битараф булмаған республикабыҙҙың әүҙем һәм маҡсатҡа ынтылышлы йәштәрен асыҡлау ғына түгел, ә уларға ошондай конкурстар ярҙамында булышлыҡ итеү», — тине «Еңеү илселәре» бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк координаторы Александр Юдин.
6 апрелдә эксперт комиссияһы «Еңеү илселәре» бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһаны, дүрт меңдән ашыу ғаризанан 200 иң яҡшы ирекмән һайлап алынды. Еңеү илсеһе – Хәрәкәт эшмәкәрлегендә үҙен сағыу күрһәткән һәм 9 майҙа Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта Еңеү парадында һәм Үлемһеҙ полк маршында абруйлы ҡушма ойоштороусы сифатында сығыш яһау мөмкинлегенә лайыҡ ирекмән.
5-11 майҙа 2018 йылғы Еңеү илселәре байрам сараларында ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән бергә йыйыласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1141150-dobrovoltsy-iz-bashkirii-stanut-poslami-pobedy-na-paradakh-v-moskve-i-sankt-peterburge/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика