11:17 (UTC+5), 06 Апрель 2018

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге Карьер урамын һыу баҫҡан

шаһиттар
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге Карьер урамын һыу баҫҡан. 150 метр оҙонлоҡтағы участкала һыу тубыҡҡа тиклем еткән. Урында Ленин районының Граждандарҙы яҡлау идаралығы эшләй. Яҙғы ташҡын мәлендә башҡа хәүефле урамдарҙа хәл тотороҡло ҡала.
«Беҙгә һыу баҫыу тураһында Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр хәбәр итте. Беҙ урынға барҙыҡ һәм райондың бөтә урамдарын тикшереп сыҡтыҡ, — тине ҡала Советы депутаты Алина Сөләймәнова. — Благовар һәм Выгон урамдарында хәл бөгөн тотороҡло, һурҙырыу буйынса системалар эшләй. Ә Карьер урамында йәшәүселәр ҡар һыуҙары ҡамауында ҡалған».
Депутат әйтеүенсә, был участка түбәндә урынлашҡан, һыу ағып китһен өсөн тәбиғи битләү юҡ. Ҡар даими сығарыла, ләкин әлегә һөҙөмтә юҡ. Ленин районы башлығы тағы ике помпаны ҡуртымға алыу тураһында ҡарар ҡабул итте, сөнки ҡалған техника башҡа урамдарҙағы һыуҙы һурҙырыуға йәлеп ителгән.
«Башинформ» агентлығы ваҡиғалар үҫешен күҙәтеп бара.
http://www.bashinform.ru/news/1140474-v-ufimskoy-nizhegorodke-podtopilo-ulitsu-karernuyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика