08:34 (UTC+5), 06 Апреля 2018

Башҡортостанда фән һәм техника өлкәһендәге премияларға эштәр ҡабул ителә башланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда 2016, 2017 йылдар өсөн фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияларына эштәр ҡабул ителә башланы. Хәтерегеҙгө төшөрәбеҙ, тәбиғәт, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә һәр береһе 150 000 һумлыҡ өс премия ике йылға бер тапшырыла.
Фән һәм техника өлкәһендә йәштәр премияһына йәше 35-тән артмаған ғилми хеҙмәткәрҙәр, вуз уҡытыусылары, аспиранттар, докторанттар, шулай уҡ халыҡ хужалығы белгестәре, авторҙар коллективы (5 кешенән торған) дәғүә итә ала.
Был премияға Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫешенә булышлыҡ иткән, шулай уҡ производствоға яңы ресурс һаҡлаусы һәм экологик яҡтан таҙа технологиялар, прогрессив материалдар, машиналар, приборҙар әҙерләгән һәм индергән эштәр лайыҡ була.
Тейешле документтар, уларҙы тултырыу формаһы һәм талаптар исемлеге Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтында бирелгән.
Эштәр 1 июлгә тиклем түбәндәгес адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се бүлмә, һәләтле йәштәргә һәм йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлеге.
Бәйләнеш өсөн: Ҡадирова Алһыу Айрат ҡыҙы, әйҙәүсе белгес-эксперт, телефон: (347) 218-03-08, e-mail: Kadyrova.AA@bashkortostan.ru .
http://www.bashinform.ru/news/1140076-v-bashkirii-nachalsya-priem-rabot-na-soiskanie-premiy-v-oblasti-nauki-i-tekhniki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика