Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2018, 09:50

Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын кактустар күргәҙмәһенә саҡыралар

vk.com-да Лимонарий төркөмө
vk.com-да Лимонарий төркөмө
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 7 һәм 8 апрелдә Өфөнөң Ботаника баҡсаһы һәм «Гөлшат» кактустар үҫтереүселәр клубы ғәҙәти булмаған үҫемлек яратыусыларҙы кактустар күргәҙмәһенә саҡыралар.
Күргәҙмәлә 200-ҙән ашыу кактус һәм суккулент төрө тәҡдим ителәсәк. Ҡунаҡтарҙы тематик экскурсиялар, ҡалалағы иң яҡшы белгестәрҙең консультацияһы көтә. Бында тәүге кактус һатып алырға йәки йорттағы коллекцияны яңы экспонаттар менән тулыландырырға мөмкин. Кескәйҙәр мауыҡтырғыс уйындарҙа һәм викториналарҙа ҡатнаша ала.
Күргәҙмә Менделеев урамы, 195 к3 адресы буйынса үтә, уны иртәнге сәғәт 10-дан 5-кә саҡлы ҡарарға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1140112-zhiteley-i-gostey-bashkirskoy-stolitsy-priglashayut-na-vystavku-kaktusov/
Автор:Әлфиә Әғлиуллина
Читайте нас: