14:15 (UTC+5), 05 Апрель 2018

Республикалағы предприятиеларҙың береһендә хеҙмәткәр бер йыл эсендә биш мең һум эш хаҡы алған

Карина Камаева
Карина Камаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереүе күрһәтеүенсә, Туймазы районында Мичурин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы хеҙмәткәрҙәренең береһе уҙған йылда ни бары биш мең һум аҡса эшләгән, башҡа бер ниндәй түләүҙәр булмаған. Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республика өс яҡлы комиссияһы ултырышында инспекция етәксеһе Татьяна Астрелина ошо хаҡта һөйләне.
Тәтешле районындағы «Рассвет» ауыл хужалығы етештереү кооперативында граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоуҙың тағы бер иҫ китерлек миҫалы асыҡланған. Ойошма хеҙмәткәре йыл буйына 200 һум аҡсаһын ала алмаған.
«Быйыл халыҡтың күп һанлы мөрәжәғәттәре буйынса пландан тыш тикшереүҙәргә сыҡҡанда беҙ ауыл хужалығы ойошмалары өлкәһендәге ошо проблеманы бик асыҡ күрҙек. Унан да бигерәк, эш хаҡы буйынса бурыстар бар, кешеләргә түләмәйҙәр. Әлеге ауыл хужалығы етештереү кооперативтарында рәсми булмаған мәшғүллек сәскә ата, мәҫәлән, Тәтешлеләге предприятиела беҙ 100-ҙән ашыу граждан менән хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерергә ҡуштыҡ. Ойошмаларҙа кадрҙар иҫәбе бөтөнләй юҡ, иң яҡшы осраҡта ниндәйҙер исемлек. Ә бит тикшерелгән барлыҡ ойошмаларҙа ла профсоюздар, профсоюз ойошмаһы менән килешелгән һәм хеҙмәт ҡануниәте талаптарына ҡаршы килгән положениелар яҙылған коллектив килешеүҙәр бар, — тип билдәләне Татьяна Астрелина. — Мин профсоюздарға предприятиеларҙа контролде көсәйтергә һәм эш биреүселәр, тармаҡ министрлығы һәм профсоюздар менән бергә республикалағы бөтә ауыл хужалығы ойошмаларында тәртип урынлаштыра башларға тәҡдим итәм».
Республика өс яҡлы комиссияһы ултырышында Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына һәм Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр союзына эшсе төркөм ойошторорға һәм хәлде төҙәтеү буйынса саралар планын әҙерләү бурысы ҡуйылды.
Былтыр Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ике мең тикшереү үткәргән, уларҙың күпселек өлөшө — хеҙмәткәрҙәрҙең мөрәжәғәттәре буйынса пландан тыш тикшереүҙәр, 9,5 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған. Улар иҫәбендә эш хаҡын түләмәү, хеҙмәтте һаҡлау һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү йәһәтенән боҙоуҙар бар.
http://www.bashinform.ru/news/1139727-sotrudnik-odnogo-iz-predpriyatiy-bashkirii-za-god-zarabotal-pyat-tysyach-rubley-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика