04:50 (UTC+5), 05 Апрель 2018

Республикала йәмғиәтте өйрәнеү һәм әҙәбиәт буйынса ваҡытынан алда уҙғарылған имтихандар боҙоуҙарһыҙ үтте

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу этабы сиктәрендә 4 апрелдә йәмғиәтте өйрәнеү һәм әҙәбиәт буйынса имтихандар уҙҙы. Башҡортостанда йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса – 183 кеше, әҙәбиәт буйынса 26 кеше һынау тотто.
Ике имтихан да техник һәм ойоштороу өҙлөктәренән тыш үтте, бер ниндәй боҙоу осрағы теркәлмәне. Бөтә имтихандар үткәреү пункттарында ла имтихан материалдарын баҫтырып сығарыу һәм ҡатнашыусыларҙың эштәрен сканер аша үткәреү технологияһы ҡулланылды, онлайн-видеокүҙәтеү алып барылды.
Ваҡытынан алдан БДИ-ла ҡатнашыусылар ошо фәндәр буйынса үҙ һөҙөмтәләре менән 17 апрелдән ҡалмай таныша аласаҡ. Ҡуйылған балдар менән килешмәү хаҡында апелляция биреү ҙә ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
2018 йылда ваҡытынан алда БДИ тапшырыу осоро 21 марттан 11 апрелгә саҡлы үтә. 6, 9 һәм 11 апрелдә бөтә предметтарҙы тапшырыу өсөн резерв көндәр ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1139551-v-bashkirii-dosrochnye-ekzameny-po-obshchestvoznaniyu-i-literature-proshli-bez-sboev-i-narusheniy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика