09:00 (UTC+5), 04 Апреля 2018

Рөстәм Хәмитов «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы ҡунаҡтары менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов V «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы ҡунаҡтары менән осрашты.
Әңгәмәлә Дәүләт Думаһы депутаттары Рима Баталова, Александр Карелин, Дмитрий Пирог, Федерация Советы ағзаһы Татьяна Лебедева, Рәсәй Паралимпия комитетының башҡарма комитеты рәйесе Павел Рожков, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Диана Гурцкая һәм Халыҡ-ара ислам бизнесы ассоциацияһы президенты советнигы Абдула Муташгаджиев ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһы конкурсын 2014 йылдан алып ойоштора. Ул физик мөмкинлектәре сикле кешеләр араһында юғары ҡаҙанышлы спортты һәм инвалидтар спортын пропагандалауға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле йәш спортсыларҙы һәм уларҙың тренерҙарын, Башҡортостанда инвалидтар спортын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән бағыусыларҙы, меценаттарҙы, эшлекле партнерҙарҙы, инвалидтарҙы социаль яраҡлаштырыу һәм паралимпия спорты проблемаларын әүҙем яҡтыртҡан баҫма, электрон киң мәғлүмәт сараларын дәртләндереүгә йүнәлтелгән.
Республика Башлығы проекттың инициаторы, паралимпия чемпионы һәм Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың эшмәкәрлеген юғары баһалап, ҡунаҡтарға премияны хуплауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙ изге эш башҡараһығыҙ, спортҡа ынтылған балаларға ярҙам күрһәтәһегеҙ. Ҡаҙаныштар, һөҙөмтәләр ҙә бар. Һөҙөмтәләр – ул икенсел. Иң мөһиме, ошо балалар үҙҙәрен кәрәк итеп тоя һәм тормоштоң мәғәнәһен аңлай. Башҡалар ҙа уларҙан өлгө ала, – тине Рөстәм Хәмитов.
Осрашыу барышында Рима Баталова Башҡортостанда балалар адаптив спортын үҫтереү хаҡында һөйләне. Ул депутаттарға спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен әүҙем пропагандалауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республика етәкселегенә паралимпия хәрәкәтенә ҙур иғтибар бүлгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Башҡортостанда уңайлы мөхит булдырыу буйынса эш һөҙөмтәләрен ыңғай баһаланы, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле спортсыларға ла. Улар әйтеүенсә, Рәсәйҙең бер нисә төбәге генә был темаға ҙур иғтибар бирә.
Республика Башлығы, үҙ сиратында, 2019 йылда халыҡ-ара балалар уйындарында сығыш яһау өсөн үҫмерҙәр паралимпия командаһын төҙөргә тәҡдим итте.
– Иң мөһиме, балалар үҙҙәрен башҡалар менән тиң итеп тойһон, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Был Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр өсөн дә ҡыҙыҡлы булырға тейеш.
Әңгәмә барышында Өфөләге Затон биҫтәһендә Спорт әҙерлеге үҙәген төҙөү хаҡында ла һүҙ барҙы.
– Үҙәк арзан түгел, 3 миллиард һум. Беҙ уны үҙ аҡсабыҙға төҙөйбөҙ, ресурстар табабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – 2019 йылдың йәйендә был комплекс эшләй башларға тейеш. Киләһе йылда унда ҙур бассейн асыла. Халыҡ-ара балалар уйындарын унда ла үткәрергә ниәтләйбеҙ.Ҡунаҡхана һәм реабилитация үҙәге 2020-2021 йылдарға ҡала.
http://www.bashinform.ru/news/1138787-rustem-khamitov-vstretilsya-s-gostyami-tseremonii-vrucheniya-obshchestvennoy-premii-molodost-natsii/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика