Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2018, 11:25

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ шифахана-курорт дауалауы системаһының яңы образын булдырырға ниәтләйбеҙ»

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда шифахана-курорт тармағы эшен ойоштороуға яңы алымдар әҙерләнәсәк, шулай уҡ шифахана комплексы эшен көйләүсе, уның менән идара итеүсе структура барлыҡҡа киләсәк. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә барған III Медицина форумында белдерҙе.
- Кисә генә оператив кәңәшмәлә ай ярымдан шифахана-курорт системаһының эшен ентекләп һәм тулыһынса ҡарарға килештек, – тине төбәк етәксеһе. – Ғорурланырлыҡ та шул. Яҡшы һөҙөмтәләребеҙ бар. Әммә, дөйөм алғанда, был система «аҡһай» башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә шифахана-курорт комплексын көйләүсе орган юҡ. Асылда иһә тиҙ арала йыйылған проблемаларҙы ҡарарға һәм ундағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү менән шөғөлләнергә ниәтләйбеҙ.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, «беҙҙең шифаханалар ХХ быуатта туҡталып ҡалған». Дауалауҙан тыш, пациенттарға барыр урын һәм шөғөлләнер нәмә юҡ. Күңел асыу индустрияһы ойошторолмаған, инфраструктура үҫешмәгән.
- Шифаханаларыбыҙ иҫ киткес тәбиғәт мөйөштәрендә урынлашҡан. Бер яҡтан, был бик һәйбәт, әммә икенсе яҡтан – насар. Сөнки дауалау процедураларынан һуң ял итеүселәр бер нимә менән шөғөлләнә алмай. Туризм, велосипедтар, йәйәүлеләр маршруттары етмәй, бәлки, балыҡ тотоу ҙа, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ҡайһы бер шифаханаларҙа иҡтисади һәм финанс күрһәткестәрҙең кәмеүен күрәбеҙ. Улар тулмай. Ҡышҡыһын, миҙгелдән тыш ваҡытта был шифаханалар яртылаш буш тора. Кешеләргә бер нимә тәҡдим итеп булмай.
Республика етәксеһе Алтай крайын миҫалға килтерҙе. Унда шифаханалар менән идара итеүсе берҙәм корпорация, заманса инфраструктура булдырылған.
- Беҙҙә ул юҡ. Беҙҙә һәр кем үҙе өсөн. Һәр ҡайһыһы бәләкәй «ҡәлғә» төҙөгән, уларҙы «илбаҫарҙарҙан» ғына түгел, ә идеологик тәьҫирҙән яҡлай. Бикләнә лә, уҙ «һутында» бешә. Беҙ был «ҡәлғәләрҙе» емерәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ шифахана-курорт дауалауы системаһының яңы образын булдырасаҡбыҙ. Яңы иҡтисади һөҙөмтә булыр тип ышанам. Иң мөһиме, республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең юллама һатып алыу мөмкинлеге булһын ине. Бөгөн путёвкалар бик ҡиммәт. Шифаханаларыбыҙҙа ял итеүселәрҙең яртыһынан күбеһе – сиктәш төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар. Башҡортостан Республикаһы халҡы шифаханаларҙа аҙ һәм был бик насар.
Шифахана-курорт системаһының буласаҡ операторы әлегә билдәләнмәгән, тип билдәләне төбәк Башлығы.
- Уның нимә буласағын уйларбыҙ әле. Бәлки, корпорация йәки идара итеүсе компания, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн шифаханалар – ул дәүләт мөлкәте. Башҡа вариантты күрмәйбеҙ. Ә идара итеү – ғөмүмән икенсе өлкә, ул профессиональ рәүештә ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Бөгөн ул юҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1138756-rustem-khamitov-my-sozdadim-novyy-obraz-sistemy-sanatorno-kurortnogo-lecheniya/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: