05:25 (UTC+5), 04 Апреля 2018

Өфөләге сауҙа үҙәгендә атай кеше дүрт йәшлек улы менән тоҙаҡҡа эләккән – видео

Михаилдың шәхси архивы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөләге сауҙа үҙәгендә 2 апрелдә киске сәғәт 5 тирәһендә атай кеше бәләкәй улы менән тоҙаҡҡа эләккән. Михаил И. һөйләүенсә, ул дүрт йәшлек улы менән яҡындағы ишек аша икенсе ҡатҡа күтәрелмәксе булған.
«Баҡтиһәң, ул «запас сығыу урыны» икән. Беҙ икенсе ҡатҡа күтәрелдек, ишек бикле ине, парковкаға сығыу өсөн шул уҡ ишеккә кире төшөргә теләгәйнек, ләкин ул ябылды. Мин «911» һандарын йыйҙым. Тәүҙә көтөү режимына ҡуйҙылар, трубкалағы тауыш минең шылтыратыуым улар өсөн бик мөһим тип ышандырҙы. Ярҙам һорап атайыма шылтыраттым, ләкин ул алыҫта ине. Ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡас, хәлде аңлатып бирҙем. Оператор былай тип яуапланы: «Интернетығыҙ бармы? «Ғаилә» сауҙа-күңел асыу комплексы етәкселегенең телефон номерын табып, уларҙан ишекте асыуҙарын һорағыҙ». «Һеҙ Ҡотҡарыу хеҙмәтеме әллә кәңәштәр бюроһымы? Кемероволағы фажиғә һеҙҙе бер нимәгә лә өйрәтмәйме?», — тинем. Шунан һуң ғына минең шылтыратыуҙы, оператор әйтеүенсә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына күсерҙеләр. Бында минең хәбәрҙе ҡабул иттеләр һәм сауҙа комплексы етәкселегенә хәбәр итәбеҙ, тинеләр», — тип һөйләне Михаил. — Әйткәндәй, ишекте емерергә маташҡайным, ләкин килеп сыҡманы. Мине бер кем дә ишетмәне».
Ир әйтеүенсә, ул бала менән 40 минут самаһы бикле ултырған.
«Шунса ваҡыттан һуң бер нисә ир ишекте асты. Һаҡсы: «Барыһы ла һәйбәтме?», — тип һораны ла китеп тә барҙы. Бер ни ҙә аңлатып тормайынса, улар беҙҙе сығарҙы ла таралышты. Мин ишектәрҙең ни өсөн бикле икәнен белергә тырыштым, был һорауға «Шулай кәрәк» тигән яуап ишеттем. Минең улар менән был хәлде тикшереп торорға ваҡытым юҡ ине, — тип өҫтәне әңгәмәсе. — Улым был осраҡта ҡурҡманы, сөнки минең менән бергә ине».
Михаил һүҙҙәренсә, ул сауҙа үҙәктәре буйлап йыш йөрөмәй, шуға күрә аҙашҡан, сығыу урынын табырға тырышҡан, һөҙөмтәлә улы менән тоҙаҡҡа эләккән.
Тиҙҙән сауҙа-күңел асыу үҙәгенең техник хеҙмәте автоматик ишектәрҙе тикшерергә, эвакуация сығыу урындарында сауҙа-күңел асыу үҙәге администраторының өҫтәмә телефоны тураһында мәғлүмәт урынлаштырырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1138706-v-torgovom-tsentre-ufy-otets-s-chetyrekhletnim-rebenkom-popali-v-lovushku-video/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика