05:05 (UTC+5), 03 Апреля 2018

Яҙғыһын Башҡортостандан 5 мең самаһы егет хәрби хеҙмәткә юлланасаҡ

Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 2018 йылдың 1 апрелендә Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш башланды. Ул 15 июлгәсә дауам итә. Башҡортостандың хәрби комиссариаты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был яҙ республиканан биш мең самаһы егет хәрби хеҙмәткә бара. Был алдағы йылдарға ҡарағанда аҙыраҡ. Алдан Рәсәй Ҡораллы көстәре генераль штабының баш ойоштороу-мобилизация идаралығы етәксеһе Евгений Бурдинский ашығыс хеҙмәт үтеүсе һалдаттар һаны бөтөн ил буйынса ҡыҫҡарасағын белдерҙе. Был контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең артыуы менән бәйле.
Яңы хеҙмәткә алынғандар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итәсәк.
Быйыл алдан һаулыҡ торошо буйынса кире ҡағылғандар әрмегә юллана ала. 2017 йыл аҙағында алдан хеҙмәт итеү өсөн яраҡһыҙ тип танылған, әммә сәләмәтлектәрен нығытҡан саҡырыу йәшендәге ирҙәрҙе хәрби хеҙмәткә ҡабул итергә рөхсәт биргән закон ҡабул ителде. Яҙғыһын Башҡортостандың хәрби комисариатында ошондай нисә ир-егет килеүе әлегә билдәһеҙ.
Башҡортостандың Хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, республика буйынса армияла хеҙмәт итеүгә уртаса яраҡлыҡ күрһәткесе 73 процент тәшкил итә, йәғни йәш кешеләрҙең дүрттән бер өлөшөн медицина комиссиялары яраҡһыҙ тип таныған.
http://www.bashinform.ru/news/1137899-v-vesenniy-prizyv-na-voennuyu-sluzhbu-otpravitsya-okolo-5-tysyach-prizyvnikov-iz-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика