06:30 (UTC+5), 03 Апреля 2018

Республикалағы юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми учреждениеларҙың йәш ғалимдары проекттарын конкурсҡа тәҡдим итә ала

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми учреждениеларҙың йәш ғалимдары проекттарын ғилми эштәр конкурсына тәҡдим итә ала. Быйыл конкурс түбәндәге йүнәлештәр буйынса уҙғарыла: физика-математика фәндәре; химия фәндәре; гуманитар фәндәре; биология фәндәре. Генетика һәм биотехнологиялар; медицина фәндәре. Фармация; иҡтисади фәндәр; экология. Ер тураһында фәндәр. Ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу; мәғлүмәти технологиялар; иҫәп техникаһы; нанотехнологиялар һәм наноматериалдар; музыка һәм художество сәнғәте. Сәнғәт фәне; заманса инженерия-техник проекттар (проекттың технологик яңылығы һәм уны Волга буйы федераль округы төбәктәрендә етештереүгә индереү әҙерлеге).
Конкурста эше тәҡдим ителгәнгә тиклем 35 йәшкәсә аспиранттар, фән кандидаттары һәм 40 йәшкә тиклем фән докторҙары һәм йәш ғилми коллективтар (5 кешенән күп түгел) ҡатнаша ала.
Дәғүәсәлер Рәсәй Федерацияһы гражданы булырға һәм даими рәүештә Башҡортостан биләмәһендә эшләргә йәки уҡырға тейеш.
Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары өсөн өҫтәмә ике номинация иғлан ителә: техник фәндәр һәм тәбиғи фәндәр.
Ғилми эштәр тикшеренеү һөҙөмтәләре сифатында баҫылып сыҡҡандан һуң ҡабул ителә.
Ғаризаларҙы 2 апрелдән 11 майға саҡлы бирергә кәрәк.
Конкурсты Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында Рәсәйҙең йәш ғалимдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойоштора.
Бөтә мәғлүмәттәр йәш ғалимдар ойошмаһы сайтында баҫылып сыҡҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1138139-molodye-uchenye-vuzov-i-nauchnykh-uchrezhdeniy-bashkirii-mogut-predstavit-svoi-proekty-na-konkurs/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика